Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентябрь 2020, 16:15

ТАРИХТЫ ЯҠШЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?

/

Улайһа «Диктант Победы» акцияһына ҡушыл!
3 сентябрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары темаһы буйынса «Диктант Победы» Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан ителә
Сараға Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре, шул иҫәптән беҙҙең ҡала ла ҡушыла. Дәүләкән ҡалаһында диктант яҙыу майҙансығы итеп 7-се урта мәктәп һайланған. Быйыл киң күләмле акция тест формаһында үтә. Махсус бланкыларҙа һорауҙар бирелә, һәр һорау аҫтында - дүрт вариант яуап. Ҡатнашыусылар дөрөҫ яуапты билдәләргә тейеш. 25 задание бирелә, үтәү өсөн ваҡыт – 45 минут. Бында, әлбиттә, тарихты, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын яҡшы белеү талап ителә. Ә шулай ҙа үҙеңде һынап ҡарарға теләйһең икән, башта диктантпобеды сайтында теркәлергә кәрәк. Диктант һөҙөмтәләре һуңыраҡ билдәле буласаҡ.
Читайте нас: