Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентябрь 2020, 14:18

Икенсе этапҡа аяҡ баҫтыҡ

/

Ниһайәт, коронавирус яйлап сигенә башланы, ахыры. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең йәнә йомшартылыуы һәм икенсе этапҡа аяҡ баҫыуыбыҙ тураһында әйтте.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөндән мәктәптәр һәм балалар баҡсалары эшләй башланы. Был учреждениеларҙа санитар талаптар бик етди үтәлергә тейеш. Шулай уҡ 1 сентябрҙән мунсалар һәм сауналар ҙа асыла. Балалар түңәрәктәре, секциялар, күңел асыу үҙәктәре лә эш башларға әҙер.

– Яҡын арала театр миҙгелен асыу буйынса тәҡдимдәр көтәм, – тине төбәк етәксеһе Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренә.
Ә бына төнгө клубтар һәм дискотекалар әлегә бикле. Төп талап – 50-нән ашыу кеше йыйылмау – әле һаман һаҡлана.
– Коронавирус буйынса ыңғай күрһәткестәр күҙәтелә. “Роспотребнадзор” ҡарары менән икенсе этапҡа күстек. Тимәк, яйлап ҡына был йәһәттән алға барабыҙ. Тик онотолорға ярамай, сир барыбер юҡҡа сыҡманы. Мин табиптар менән һөйләштем, сирләүселәр байтаҡ һәм ауыр хәлдәгеләр күп, – тине Радий Хәбиров.

Коронавирус буйынса дөйөм мәғлүмәттәр шундай: 31 авгусҡа ҡарата уны 7795 кеше йоҡторған, һуңғы тәүлек­тә – 32 кеше. 68 кеше дауаханала, 800 кеше өйөндә дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдере­үенсә, пандемия башынан ауырыған кешеләрҙең 88,5 проценты һауыҡҡан.

Юлда үлгәндәр һаны кәмергә тейеш

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә­ләр­ҙә аҙна һайын юл-транспорт ваҡиға­ла­рында һәм янғындарҙа һәләк бул­ғандар тураһында мәғлүмәт бирелә. Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, уҙған аҙнала юлдарҙа 129 авария тер­кәл­гән, уларҙа 200 кеше йәрәхәтләнгән һәм туғыҙ кеше һәләк булған. Асыҡла­ныуынса, йыл башынан аварияларҙа 280 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Был һандар менән Радий Хәбиров ҡырҡа риза түгел. Ул бер йыл эсендә һәләк булғандар һанын кәметеү бурысын ҡуйғайны. Тик, күренеүенсә, күрһәт­кестәр былтырғы менән тигеҙләнде.

– Һигеҙ ай эсендә 280 кеше һәләк булған, был бик насар. Эйе, кешеләр үҙҙәре лә ғәйепле. Тимәк, йәлләмәй штрафтар һалырға, видео­күҙәтеү камералары ҡуйырға кәрәк, республикала транспорт йөрөтөү мәҙәниәте барлыҡҡа килергә тейеш. Беҙҙә ул әлегә юғары түгел, эскән килеш рулгә ултырыусылар күп. Был мәсьә­ләләр менән көнө-төнө шөғөлләнәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар буйынса хәлдәр менән таныштырҙы. Үткән аҙнала 159 янғын теркәлгән, унда өс кеше һәләк булған. Был йәһәттән күрһәткестәр яҡшырған, былтырғы менән сағыштырғанда үлем осраҡтары 32-гә кәмегән. Ике урман янғыны теркәлгән.

Уҙған аҙнала һыу ятҡылыҡтарынан өс кешенең кәүҙәһен сығарғандар. Улар буйынса тикшереү эштәре башланған. 15 кеше бейеклектән ҡолаған, берәү һәләк булған, 11 кеше, шул иҫәптән өс бала, дауаханала. Урманда юғалған 17 кеше табылған, уларҙың береһе бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында һәләк булған, ҡалғандар иҫән.

“Алға” картаһы – илдә икенсе

1 сентябрҙән “Башавтотранс” көҙгө-ҡышҡы эш режимына күсә. Рейстар һаны 15 процентҡа артыр тип көтөлә. Был турала республиканың юл хужа­лығы һәм транспорт буйынса дәүләт ко­митеты рәйесе Алан Марзаев белдерҙе.

Радий Хәбиров 31 августа респуб­ликаның йәнә 50 “Вектор Некст” автобусын алыуы тураһында әйтте. Бер аҙнанан тағы 50 автобус киләсәк.

– Йәйҙән һуң пассажирҙар артасаҡ, өҫтәлгән яңы автобустар менән беҙ был бурысты үтәй алырбыҙ тип уйлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Хөкүмәткә артабан да паркты яңыртыу буйынса эш алып барырға һәм бының өсөн финанстар табырға ҡушты.

– “Алға” картаһы Мәскәү картаһынан ҡала илдә икенсе урында. Хәҙер уның функцияларын киңәйтеү өҫтөндә эшләйек. Кешеләргә аңлатырға кәрәк: уның буйынса юл йөрөү – 20 һум, ә ҡулаҡса менән – 28 һум. Бынан тыш “Алға” картаһы буйынса “Бәхетле сәғәт” тарифы ла эшләй, ул бик файҙалы. Әлегә барлыҡ шәхси ташыусылар ҙа беҙҙе ишетеп етмәй, яйлап был да тәртипкә киләсәк. 2021 йылдың 1 ғин­уарынан ҡулаҡсаһыҙ иҫәп булмауы өсөн ҡаты санкциялар ҡулланыла башлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Йылы көндәр уңышты йыйыуға булышлыҡ итә

Әлеге йылы һәм ҡоро көндәр ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн бик уңай. Улар матур көндәрҙе бушҡа үткәрмәй, мөмкин булғанса файҙаланып ҡалырға тырыша. Ямғырлы аҙнала 14 мең гек­тарҙан уңыш йыйылһа, үткән аҙнала был күрһәткес 60 мең гектарҙан ашты. Был турала вице-премьер – ауыл хужа­лығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

– Беҙ эштәрҙең яртыһын тамам­ланыҡ. 31 авгусҡа ҡарата йыйып алынған дөйөм майҙан 937 мең гектар йәки 52 процент тәшкил итте. Ужым культуралары тулыһынса йыйып алынды. Ашлыҡ һуғыу валы 2 миллион 182 мең тонна тәшкил итте, былтырғы менән сағыштырғанда 534 мең тоннаға күберәк. Уртаса уңыш гектарынан 23,3 центнер тәшкил итә, – тине Илшат Фәзрахманов.

Өс районда 100 мең тоннанан ашыу яңы уңыш йыйылған. Илеш районында 127 мең тонна, Стәрлетамаҡ районында – 116 мең һәм Саҡмағошта 114 мең тонна ашлыҡ йыйылған. Йылдамлыҡ буйынса Борай, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Ғафури райондары алдынғылыҡты бирмәй, улар уңыштың өстән ике өлөшөн йыйып та бөткән.

Хужалыҡтар киләһе йылға ужым культураларын сәсеүҙе дауам итә. Әле 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселгән, был – дөйөм майҙандың 40 проценты.

Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, йыл башынан алып республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре 7,1 миллиард һумға 2370 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамал һатып алған. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 2,6 миллиард һумға күберәк. Иң күбе Ауырғазы, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез райондарында техника һатып алынған.

– 385 төрлө трактор, 275 комбайн, 500 берәмектән ашыу ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары һәм башҡа техника алынды, – тине вице-премьер.

Кәңәшмә – башҡорт телендә

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында күптән көтөлгән ваҡиға булды – уның бер өлөшө башҡорт телендә үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәровтың сығышы тулыһынса башҡортса барҙы, ул республикала үтәсәк Милли костюм көнө тураһында һөйләне.

Башҡортостанда Милли костюм көнө йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсе шишәм­беһе үтәсәк. Быйыл ул 11 сентябргә тура килә. Аңлайышлы сәбәптәр арҡаһында, сараларҙың күпселеге онлайн форматта ойоштороласаҡ: оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, дефиле, дизайнерҙар менән осрашыуҙар, флешмобтар һәм башҡалар.
11 сентябрҙә 19 сәғәттә Конгресс-хол янында ҙур әйлән-бәйлән үтәсәк, унда теләгән кешеләр үҙҙәренең милли костюмын кейеп килә ала.

– Матбуғат сараларында был көн киң яҡтыртылырға тейеш. Кешеләр милли кейемдәр тарихы менән таныша, уларҙың үҙенсәлектәрен белә алһын. Йәрминкә һәм күргәҙмәләр ойошторорға кәрәк, кешеләр унда костюмдың элементтарын, аксессуарҙар һатып ала алһын, – тине Фәнүр Йәғәфәров.

Был көндәрҙә милли кейем элементтарын эшлекле һәм көндәлек кейемдә файҙаланырға тәҡдим ителде.
– Бында мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре генә түгел, башҡа өлкәлә эшләгәндәр ҙә ҡатнашһын. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр башҡаларға тамырҙарына ихтирамлы ҡараш өлгөһө булыр ине. Йәштәр араһында ир-аттың эшлекле костюмын популярлаштырыу бик мөһим, – тине Фәнүр Йәғәфәров.

Ул етештереүселәрҙе лә теккән әйберҙәрендә милли стиль элементтарын ҡулланырға саҡырҙы.
Алдан әйткәнсә, уның сығышы башҡортса булды. Экранда рус теленә тәржемә күрһәтелеп барҙы.

Радий Хәбиров был йәһәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатта­рының уларҙан алғараҡ китеп, беренсе булып башҡорт телендә ултырыштар үткәрә башлағанын белдерҙе. Бынан ары Хөкүмәт ултырыштарында ла техник яҡтан быны үткәреү мөмкин булды.

– Техник яҡтан барыһы ла хәл ителде, теләгән кеше башҡортса сығыш яһай аласаҡ, тәржемә буласаҡ. Беҙҙең күп милләтле республикала беҙ быны эшләй алабыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Милли кейем көнөнә килгәндә, был мәҙәни-күңел асыу сараһы түгел. Ул йолаларҙы, мәҙәниәтте һаҡлау өсөн мөһим. Бында башҡорт ҡына түгел, башҡа милләттәр ҙә ҡатнашһын. Үҙем дә ваҡыты менән милли кейем кейәм, 11 сентябрҙә лә быны эшләйәсәкмен.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған темалар араһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының ҡышҡа әҙерлеге, сүп-сар реформаһы барышы, мәктәп автобустар эшмәкәрлеге лә булды.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: