Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Август 2020, 16:05

"Йөҙә белмәй икән, уны кем ҡотҡарыр?"

...Малайҙан имтихан алырға атаһы үҙе килә. Һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, атай кеше улын һыуға ташларға бойора...

Киләһе аҙнанан мәғариф учреждениеларында яңы уҡыу йылы башлана. Ошо уңайҙан Исламда белемдең урыны тураһында йәнә бер ҡат иҫкә төшөрөп уҙайыҡ.

“Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән һөйләмдән башлана. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда ҙур мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте һәм һиммәте сағылдырыла.

Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, уға уҡытыусы булараҡ бөтә ғилемде өйрәткән. Был фәрештәләрҙә ҙур борсолоу тыуҙырған. “Эй Раббым, әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды һуң? – тип өндәшкән улар Аллаһ Тәғәләгә. – Ул уй-ниәтеңде тормошҡа ашырмаһа, Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек ойоштороп ҡуйһа, ни ҡылырһың?” Был һүҙҙәргә иһә шундай яуап ишетелгән: “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ – мин уға ғилем бирҙем”.

Тимәк, тәүге уҡытыусы Аллаһ Тәғәлә менән беренсе уҡыусы Әҙәм ғәләйһис-сәләм башлаған ғилем һәм тәрбиә юлын лайыҡлы дауам итергә бурыслыбыҙ.

Балаларҙы белем менән бер рәттән һөнәргә лә өйрәтеү зарур, тиелә динебеҙҙә. Халҡыбыҙ мәҡәлдәренән, олуғ шәхестәребеҙ әйтеп ҡалдырған һүҙҙәрҙән дә ошондай һабаҡ алабыҙ.

Бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Батша улын бөтөн ғилемгә, һөнәргә өйрәтеү өсөн остазға бирә. Күпмелер ваҡыттан малайҙан имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡаршы ала уны уҡытыусы. Тәүге һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Малай бата башлай. Ярандар уға ярҙамға ташлана. “Ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Кеше башҡа ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәй икән, уны кем ҡотҡарыр?”

Ғилем – ул һөнәр. Аллаһ Тәғәлә тырышып эшләп, мал табып, башҡаларға ярҙам итеп йәшәгәндәргә ҙур хөрмәт, ихтирам насип итә. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла хәләл юл менән башҡарылырға, яуланырға тейеш. Бала­ларыбыҙға ла аҡыл, фекер көсөнә таянып йәшәргә, мал табырға өйрәтәйек.

Кешенең һәр яҡлап үҫешендә уҡытыусыһының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Хатта ки борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән “Нимәгә өйрәндең?” тип һорамағандар, ә остазының кем булғаны хаҡында белешкәндәр. Күҙ алдына килтерегеҙ: скульпторға таш киҫәге алып киләләр, оҫта уны сүкей-сүкей ниндәйҙер һын яһап ҡуя. Шуның шикелле, баланың ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, – тигән икән, һәр саҡ белемгә ынтылып йәшәргә тейешбеҙ. Ә был донъя ифрат киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң.

Шул уҡ ваҡытта белемле кеше бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуймай, тәкәбберләнмәй, бәлки ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Быға иң ҙур миҫал – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ Хоҙайҙан бирелгән ҙур ғилеме менән һис ҡасан маһаймаған, киреһенсә, уны таратҡан, башҡалар менән уртаҡлашҡан. Белем бүлешкән һайын арта ғына.

Әҙәм балаларына ошо күркәм сифаттарҙы һалырға бурыслы уҡытыусыларыбыҙҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тимәк, уларға иғтибар һәм хөрмәт тә ҙур булырға тейеш. Остаздарыбыҙға уларҙың һөнәри байрамдарында ғына түгел, ә һәр саҡ ихтирам күрһәтәйек, ышаныстарын аҡларға ынтылайыҡ. Һәммәгеҙҙе лә етеп килгән Белем көнө, яңы уҡыу йылы менән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!

Фото: "Бәйләнештә".

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: