Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2020, 00:08

Изге ғәмәлдә ихлас ҡатнаштылар

Әҙел ауылы зыяраты тәртипкә килтерелде

Әҙел ауылы халҡы зыярат ҡоймаларын алыштырып, уларҙы буяны, биләмә тирәһен йыйыштырҙы, ҡый-ғыпырҙан таҙартыу эштәрен дәррәү башҡарҙы.
Республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылында ауыл зыяратында өмә уҙғарылыуы халыҡ тарафынан ыңғай ҡабул ителде, сөнки барыһының да мәрхүм яҡындары бар. Улар хаҡында хәтеребеҙ – яҡты, ә ерләнгән урындары һәр ваҡыт таҙа һәм тәрбиәле, ҡараулы булырға тейеш.
фото:Әҙелдәр төркөмө
Читайте нас: