Йәй мәлендә һәр бер ғаилә тәбиғәт ҡосағына ял итергә ашыға. Күптәре томра эҫенән ҡасып, буш ваҡыттарын йышыраҡ йылға-күлдәр эргәһендә үткәрә.
Ә уларҙан һуң “ҡырағай пляждарҙа” һыра, һут, минералка һауыттары һәм башҡа ҡыйҙар туҙып ята. Ошондай “ҡырағай” ял итеүселәрҙән һуң йәмле яр буйҙары сүп-сар ояһына әйләнәлә инде.
Яңы Ергән ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары был күренешкә битараф ҡалмай, үҙ башланғысы менән Таналыҡ буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәгә сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә йылға ярҙары күркәмләнде. Өлкәндәрҙән үрнәк алып, киләсәктә бындай экологик акцияларҙа йәштәр һәм мәктәп уҡыусылары ла күберәк ҡатнашһын ине.
фото:Яңы Ергән ауылы клубы