Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2020, 00:52

Байғусҡарҙа өмә бик әүҙем үтте

*

Байғусҡар ауылында мәктәпте аҡлау, эргә тирәһен тәртипкә килтереү буйынса өмә бик әүҙем үтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар мәктәп эсендә, ир-егеттәр тышта эшләнеләр. Сәрүәр Хаббина, Әлфиә Акилова, Лилиә Бикбова, Флүрә Аллағолова, Нәйлә Рәмова, Резеда Ҡолсонбаева, Гөлсиә Ғиләжетдинова, Земфира Айҙашева, Сәриә Бүләкова, ир-егеттәрҙән Кәбир Баймырҙин, Кәрим Хаббин, Рәүеф Ҡолсонбаев, Фәнзил һәм Азамат Буләковтар, Раят Дәүләтбаев, Данир Шаһивәлиевтар тырышып бөтә көстәрен, күңелдәрен һалып өмәлә ҡатнаштылар.

Тик бында йәштәрҙең ҡатнашмауы күңелде бер аҙ ҡырҙы. Ә бар эштәрен ситкә ҡуйып, ваҡыттарын бүлеп, өлкән йәштәге ауылдаштарыбыҙҙың өмәлә ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ.
Аяҡ ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, күңелдәрегеҙ көр булһын, рәхмәт барығыҙға ла.
Читайте нас: