Ивановка ауылының “Иҙрис” мәсетендә “Ауылдың рухи-мәҙәни хәле” темаһы буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Бында халыҡ көндә осрашҡан мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды һәм уларҙы сисеү юлдары ҡаралды.
Даими рәүештә спиртлы эсемлектәр эскән граждандарҙың булыуы, шулай уҡ көмөшкә һатыусылар менән көрәш мәсьәләләре өҫкә сыҡты. Тап ошоға бәйле ғаиләләрҙә ғауғалар сыға, енәйәттәргә юл асыла, үлемдәр, тарҡалған ғаиләләр һәм етем балалар һаны арта.
Ни өсөн көмөшкә һатыусылар быны аңларға теләмәй? Ә бит фанни донъяла тик ике юл ғына бар – хәләл һәм харам, беренсеһе ожмахҡа юл асһа, икенсеһе туп-тура тамуҡҡа илтеүен бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Өсөнсө юл юҡ.
Аҡһаҡалдар ҡоро, Ағинәйҙәр ойошмаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары участковый менән берлектә көмөшкә һатыусылар менән ҡаршы маҡсатлы көрәш алып барырға ҡарар итте. Һәм улар ошо арала өйҙә етештерелгән спиртлы эсемлектәр һатыусыларының йорттарына рейдтар ойоштора башланы ла инде.
Фото:Ивановка ауыл Советы