Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2020, 12:01

Ксения Собчак – Ҡуштауҙа

Шихан итәгендә ул Максим Галкинға шылтыратып, нимә тип белдергән?

22 августа, Башҡортостанға билдәле алып барыусы Ксения Собчактың килгәне мәғлүм булды.
Күҙаллауҙарынса, ул Ҡуштау шиханы тураһында тапшырыу төшөрәсәк. Уны “Осторожно, Собчак!” YouTube-каналы аша ҡарап буласаҡ, тип әйтәләр.
Әлбиттә, был хәл йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалманы. Социаль селтәрҙәрҙә Ксении Собчактың Ҡуштау итәгендә, тауҙы яҡлаусылар лагерында төшкән фотоһы таралып та өлгөргән.
Танылған журналист Ҡуштауға ябай поход кейемендә килгән һәм тапшырыуын, күрәһең, төшөрә лә башлаған. Әйтергә кәрәк, ул бер генә ерҙә лә Башҡортостанға йыйынғанын алдан белдермәгән, шуға күрә урындағы кешеләр ҙә, шиханды яҡлаусылар ҙа уны күргәс бер аҙ аптырашта ҡалған.
Интернет селтәрендә шундай видеояҙма ла барлыҡҡа килгән: Собчак яҡлаусылар һәм урындағы халыҡ менән бергә Максим Галкинға шылтырата һәм уға Ҡуштауҙы яҡлап сыҡҡан өсөн рәхмәт әйтәләр. Билдәле юмористың был аҙымы халыҡ араһында киң таралыуы, ил кимәлендә резонанс тыуҙырыуы мәғлүм.
Ксения Собчактан алда Ҡуштауға билдәле Рәсәй журналисы Алексей Пивоваров та килгәйне.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: