Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2020, 12:07

Имамдар ҡорға йыйылды

Уның барышында райондың яңы имам-мөхтәсибе иғлан ителде

Муниципаль район хакимиәтендә милләт-ара теләктәшлекте нығытыу буйынса советтың ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Фидан хәҙрәт Ғәзизов, муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, урындағы мәхәлләләрҙең вәкилдәре – имамдар ҡатнашты.
Совет ултырышын уҙғарыуҙың сәбәбе – имам-мөхтәсиб Юлай Юнысовтың үҙ вәкәләттәрен бушатыу тураһында ғариза биреү булды.
Йыйылышта Фидан хәҙрәт Ғәзизов райондың яңы имам-мөхтәсибе – Радик Бохарбаев менән таныштырҙы.
Ултырышта ҡатнашыусылар яңы имам-мөхтәсибкә дин һәм өммәт файҙаһына хеҙмәт итергә, изге ғәмәлдәрҙә һәм башланғыстарҙа уңыштар теләне. Шулай уҡ имамдарға Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының танытмалары һәм билдәләре тапшырылды.
Читайте нас: