Август ямғырҙарының муллығы һөҙөмтәһе, тип иҫәпләй улар был мөғжизәне. Хужалар “баһадир” бәшмәккә һоҡланып туйғандан һуң, уны телде йоторлок итеп бешергән. Тәмле ризыҡ егерме кешене туйындырырға еткән. Тәбиғәткә мәрхәмәтлек күрһәтһәк, ул беҙҙе йомартлығы менән киләсәктә лә таң ҡалдырыр, яңы һөйөнөстәр бүләк итер әле.