Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Август 2020, 23:51

Яңы ял паркы асылды!

. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте башлығы Александр Сидякин, райондан сыҡҡан билдәле шәхестәр ҡатнашты.

Саҡмағош районы үҙәгендә тантаналы рәүештә ял паркы асылды. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте башлығы Александр Сидякин, райондан сыҡҡан билдәле шәхестәр ҡатнашты.
Райондың 90 йәше тулыу алдынан бындай сара үтеүе район халы өсөн айырыуса ҙур ҡыуаныс.
Был парк Башҡортостан Башлығы тарафынан иғлан ителгән тораҡ пункттар эстетикаһы йылы сиктәрендә төҙөлдө. Уның майҙаны 4,8 гектар. Паркты төҙөүгә 27 миллион һум аҡса сарыф ителгән. “Башнефть” компанияһы һәм Махсус социаль программалар фонды ла район хакимиәтенә ҙур ярҙам күрһәткән.
Паркта биш зона бар. Ҙур саралар үткәреү өсөн сәхнә, бәләкәй балалар өсөн майҙансыҡ, спорт майҙансығы, йәшел зона. Илһөйәрҙәр зонаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған стела менән йәлеп итеп тора.
Парк асылғанға тиклем үк балаларҙы, йәштәрҙе үҙенә ылыҡтырып торған урын булған.
- Көн һайын ейәндәремде ошонда алып киләм. Машиналарҙан ҡурҡмайынса велосипедта, роликтарҙа йөрөйҙәр, мин парк буйлап ярты сәғәт тиҙ аҙым менән йөрөйөм. Йән рәхәте, - тип ҡыуана Сәриә Ноғоманова.
фото Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: