Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Август 2020, 11:16

“30 – 40 минут ваҡыт табырға кәрәк”

/

Яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева ниндәй матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлашҡан?
Рәсәй телеканалдарында төрлө тапшырыуҙар алып барыусы Ләйсән Үтәшева гүзәл зат вәкилдәренә тиҙ арала үҙеңде тәртипкә килтереү серҙәре тураһында һөйләгән.
“Йәшәү ритмы нисек кенә шәп булмаһын, һәр саҡ үҙеңә 30 – 40 минут ваҡыт табырға кәрәк. Башҡаса ярамай. Ҡай саҡ эшкә лә, телефонға ла түгел, үҙеңә ваҡыт сарыф итеү яҡшыраҡ”, – тигән “Premier” телеканалына.
Телеканал хәбәрсеһе яҡташыбыҙға: “Эш күп, ваҡыт етмәгән саҡта нисек тиҙ генә үҙеңде ипкә килтерергә?” – тигән һорау биргәс, Ләйсән Үтәшева түбәндәгеләрҙе һөйләгән. “Был һыуытҡыстан алынған берәй нәмә булырға тейеш. Әгәр үҙең менән арыуҙы бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән махсус роллер булмаһа, берәй әйберҙе, мәҫәлән, алманы, ҡалаҡты һыуытҡысҡа ҡуйырға ла, шуның менән аҙаҡ битте ыуаларға кәрәк, – тигән билдәле яҡташыбыҙ. – Боҙ ҙа шешенеүҙе һәм арыуҙы бөтөрә. Был йәһәттән ул мине һәр саҡ ҡотҡара”. Бынан тыш, Ләйсән Үтәшева үҙеңде ҡул менән һуҡҡылап-ҡаҡҡылап алыуҙың да файҙалы икәнлеге хаҡында әйткән. “Ошолай үҙеңде бер аҙ һуҡҡылап алыу – тиҙ генә дәртләнеп эшкә тотоноу өсөн бик яҡшы мөмкинлек”, – тигән ул. Шулай итеп, үҙенең бер нисә матурлыҡ сере менән уртаҡлашҡан яҡташыбыҙ.
Фото: gerdanka.ru
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Автор: Ирина Вильданова.
Читайте нас: