“Мәғариф” милли проектына ярашлы ойоштороласаҡ «Башҡортостан йәштәре йыйыны» мәғариф-мәҙәни форумы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләмәһендә үтәсәк. Палатка лагеры ойоштороласаҡ. Форумда белем биреү майҙансыҡтары эшләйәсәк. Спорт уйындары уҙасаҡ. Шулай уҡ күңелле ял өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ.