Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2020, 18:23

Хыялдар тормошҡа аша ул!

/

Тормош шул тиклем ҡыҙыҡ, көтөлмәгән яңылыҡ-хәбәрҙәргә бай. Ә бына күптәнге уй-хыялдар тормошҡа ашһа, үҙеңде әллә ҡайҙағы бәхет күгендә кеүек хис итәһең.
Рөстәм Нәбиев тә социаль селтәрҙә күптән хыялланған уй-теләктәренең бойомға ашыуы хаҡында яҙған.
“Әминәбеҙ тыуғас та, ҙур машина һатып алыу хаҡында хыяллана башлағайныҡ. Тик ундай мөмкинлек килеп сыҡманы. Ә бер көндө танышым шылтыратып: “Һеҙ һатып алырға теләгән машина бар”, – тип ҡыуандырҙы һәм ике көндән килеп алыу мөмкинлеге хаҡында әйтте. Бөгөн ошо машина салонына ултырғас, күҙҙәрем йәшләнде. Индираға, ғаиләмә сикһеҙ рәхмәт”, – тип уй-хистәре менән уртаҡлашҡан Рөстәм Нәбиев.
Ул шулай уҡ был хаҡта атаһына шылтыратыуы һәм унда ғорурлыҡ тойғоһо хисен тойоуы хаҡында белдергән.
“Балаларҙың уңыштары үҙеңдекенән мөһимерәк була шул”, – тип яҙған Рөстәм Нәбиев.
Ә беҙ Нәбиевтәр ғаиләһенә хәйерле, имен юлдар теләйбеҙ! Гел шулай бәхеткә төрөнөп йәшәгеҙ, барлыҡ уй-хыялдарығыҙ бойомға ашып торһон! Ысынлап та, ныҡ теләгәндә, барлыҡ хыял-теләктәр тормошҡа аша! Ышанығыҙ!
Фотолар: Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Hiyaldar-tormosh-a-asha-ul-383202/
Читайте нас: