Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Июль 2020, 09:32

Хәйбулла районында юғары класлы янғын хәүефе һаҡлана

*

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары биләмәһендә дүртенсе класлы янғын хәүефе көтөлә.
Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.
Башҡортостан биләмәһендә тәүлек эсендә дөйөм 4,9 гектар майҙанда 7 янғын сыҡҡан, бер тәүлектә дөйөм 364,6 гектар майҙанда 7 сығанаҡ һүндерелгән.
Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил райондары биләмәһендә дөйөм 2774,9 гектар майҙанда туғыҙ тәбиғәт янғыны дауам итә.
Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып дөйөм 3898,89 гектар майҙанда 109 тәбиғәт янғыны сығанағы теркәлгән.
Читайте нас: