Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Июль 2020, 12:18

Башҡортостандан 55 табип коронавирус менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Ҡырғыҙстанға юллана

/

Башҡортостандан 55 табип коронавирус инфекцияһы менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Ҡырғыҙстанға юллана, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә. Табиптар бригадаһы шаршамбы, 22 июлдә, юлға сыға.
Уҙған шәмбе табиптар төркөмө Амур өлкәһендә өс аҙнанан ашыу эшләп ҡайтты.
Бынан алдараҡ республика табиптары Ҡарасәй-Черкес Республикаһына барҙы.
Бөгөнгә Ҡырғыҙстанда, coronavirus-control.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, 27 меңдән ашыу COVID-19 йоҡтороу осрағы теркәлгән. Меңдән ашыу кеше инфекциянан вафат булған. Ҡырғыҙстан донъяла сирлеләр һаны буйынса рейтингта 55-се урынды биләй.
Фото: Олег Яровиков.
Гөлфиә Акулова.
Читайте нас: