«Интерфакс» мәғлүмәттәре буйынса, газға хаҡты арттырыу 2020 йылдың апрелендә үк планлаштырылған. 1 июлдән тариф планына үҙгәрештәр индерелергә тейеш булған, ләкин бойороҡто әҙерләү оҙаҡҡа һуҙылған. Ике йыл элек илдә ошондай хәл күҙәтелде: ул саҡта газға түләүҙе арттырыу 21 августа көсөнә инде.