Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2020, 14:32

“Уңайһыҙ хәлгә тарыһам да, үкенмәйем...”

Тоттом да һораным: ”Марат, ә һин уның ире бар икәнлеген беләһеңме?” Ул ағарынып китте...

Фитнес үҙәгендә эшләп йөрөйөм. Ниндәй генә кешеләр килмәй: кемдер сәләмәтлеген ҡайғырта, кемдер ваҡыты күплектән йөрөй, ә кемдер... Ярай, барыһын да баштан һөйләйем.
Мин ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырылып торған сибәр, һомғол, гел йылмайып ҡына һөйләшкән ханымды шунда уҡ күреп ҡалдым. Бындай һылыуҙар ир-атҡа оҡшай инде, мин үҙем дә ошондай позитив ҡатындарҙы күрһәм, һоҡланып туймайым. Кейәүҙә икәнен белдем, ҡулында балдағы ла бар. Күнегеүҙәр алдынан бөтә биҙәүестәрен сисеп, йәшниктә ҡалдыра. Ике ай самаһы үткәс, мин уның бер тренерыбыҙ менән ауыҙҙы-ауыҙға терәп тигәндәй, бик йылы, ихлас һөйләшеүҙәрен күреп ҡалдым. Бына һиңә мә! Һылтау табып, шул яҡҡа тағы бер тапҡыр барып әйләндем, һаман да пар күгәрсендәй гөрләшәләр.
Бына ни өсөн ул залдан иң һуңғыһы булып сыға икән! Беҙҙең егеттең ғаиләһен боҙоп ҡуймаһын тағы. Булыр бындай тыштан йылмайып, эстән ҡара уй менән йөрөгән сибәрҙәрҙән. Шулай бер көн ул тағы ла һуңлаңҡырап сығып, ишеккә йүнәлгәс, түҙмәнем, тренер янына индем. Ул да ашығып-ашығып сығырға йыйына ине. Тоттом да һораным: ”Марат, ә һин уның ире бар икәнлеген беләһеңме?” Ул ағарынып китте, тик үҙен тиҙ ҡулға алды:” Әлбиттә, минең дә кәләшем бар,” - тине. Шуның менән детектив тамамланды. Теге икәү һәр хәлдә сөкөрләшеүҙән туҡтаны. Бик ҡыҙыҡ, уңайһыҙ ваҡиғаға тарыһам да, ҡыҫылып, дөрөҫ эшләгәнмендер, тип уйлайым. Бәлки, мин бер ғаиләне һаҡлап ҡалғанмындыр...
Фото:b2b-smart.ru.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: