10 июлдән Башҡортостан биләмәһендә аномаль эҫе һауа торошо күҙәтелә. Уртаса һауа температураһы норманан 5-9 градусҡа, һуңғы көндәрҙә 10-12 градусҡа юғары. Көндөҙгө һауа температураһы 31-36-ға, урыны менән 38-гә етте.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, аҙна аҙағында һауа шарттары үҙгәрә. 17 июлдән 19-ына тиклем, көнбайыш райондарҙан башлап һәм республиканың күпселек райондарына таралып, йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, елдең көсәйеүе, урыны менән ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ көтөлә.
Һауа температураһы түбәнәйә башлай – төндә 20-25 градустан 15-20 градусҡаса, көндөҙ 32-37-нән, урыны менән 38-40-тан, 27-32-гә тиклем.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.