Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2020, 19:36

“Ағайым миңә ғашиҡ...”

“Ихатала башҡа балалар менән бергә саҡта ла Булат мине һәр саҡ яҡлай торғайны. Бына үҫмер ҡорона ингәс, уның ҡарашы тағы үҙгәрҙе, миңә бик шикле ҡарай ине..."

Йәшлек – тиле саҡ, тип тиккә генә әйтмәгәндәрҙер. Бына 18 йәшлек Гүзәлдең һөйләгәндәренә лә башта ышанмайыраҡ, аптырап ҡалғайным. Тик күп тә үтмәй, был – тормош бит, тип уйлап ҡуйҙым. Ә унда барыһы ла булырға мөмкин. Өҫтәүенә һүҙ мөхәббәт тураһында барғанда.
...Ҡыҙҙың әсәһе Гүзәлгә биш йәш тулып уҙғанда уның атаһы менән айырылышҡан. Аҙаҡ тағы ла яҙмышын һынап ҡараған - Гүзәлдең әлеге үгәй атаһы менән законлы никахтарын теркәгәндәр. “Үгәй атайымдың беренсе никахынан улы Булат һәм ҡыҙы Ләйсән бар ине беҙ әсәйем менән уларға йәшәргә барғанда. Шулай булһа ла, үгәй атайым миңә бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне, киреһенсә, һәр саҡ яҡшы мөғәмәләлә булды һәм әсәйем менән икебеҙҙе яратты”, – ти ҡыҙ.
Гүзәл әле мәктәпкә бармаған ҡыҙсыҡ Ләйсән менән тиҙ генә уртаҡ тел тапмаһа ла, Булат менән танышыуҙың тәүге сәғәтенән үк тиерлек бергә уйнап үҫкән. “Ихатала башҡа балалар менән бергә саҡта Булат мине һәр саҡ яҡлай торғайны. Бына үҫмер ҡорона ингәс, уның ҡарашы тағы үҙгәрҙе, миңә бик шикле ҡарай ине. Хатта ҡурҡып киттем һәм уның мине оҡшатыуын аңланым, – ти Гүзәл. – Күңелемдә күптән мин, атай ҙа, әсәй ҙә бер булмаһа ла, ағай тейешле кешегә ғашиҡ инем. Тик был хаҡта башта бер кемгә лә әйтергә ҡыйманым, сөнки беҙ бер туғандар кеүек инек...”
Тик бер ваҡыт ҡыҙ хистәрен йәшерә алмаған һәм ағаһының ҡосағына ташланып: “Мин һине яратам”, – тип шыбырлаған. Ул да яуап һүҙе булараҡ ҡыҙҙы ныҡ итеп ҡосаҡлаған һәм үҙенең ошо мәлде йылдар буйы көтөүе хаҡында әйткән.
“Барыһы хаҡында ла әсәйем менән үгәй атайыма һөйләнек. Улар: “Һеҙ ҙур инде. Үҙегеҙ яҙмышығыҙҙы хәл итегеҙ”, – тип яуап бирҙе һәм һис ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Ошо ваҡыттан һәр саҡ бергә йөрөй инек. Әрме хеҙмәтенә лә уны көтәсәгемде белдереп оҙаттым. Тик ниңәлер ярты йыл үткәс, Булатҡа ҡарата хистәремдең һүнеүен аңланым”, – ти Гүзәл.
Был оҙаҡ ваҡытҡа айырылышыуҙандыр тип уйлаған ҡыҙ. Әммә егет әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас та уға ҡарата һөйөү хисенең юҡлығын һәм ҡасандыр булған йылы тойғоларҙың ни бары бала саҡ мауығыуы икәнлеген аңлаған. Тик егеткә был хаҡта аңлатҡас, тегенеһе бик ныҡ асыуланған һәм был хәл менән ризалашмаған.
“Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң баш ҡалалағы университетҡа уҡырға индем һәм ошонда буласаҡ иремде осраттым. Тиҙҙән беҙ уның менән өйләнештек. Ләкин Булат ағайым туйға килмәне, – ти Гүзәл. – Ошо ваҡыттан һуң өс йыл үтте. Аллаға шөкөр, улыбыҙ үҫеп килә. Тик бына Булат ҡына әле һаман өйләнмәгән. Өҫтәүенә күптән түгел уны йортобоҙ эргәһендә осраттым. Уға нимә кәрәк булғандыр, белмәйем. Хәҙер күңелемде шомло уйҙар биләп алды. Әле һаман уның ҡарашын тойған кеүекмен...”
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: