Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июнь 2020, 10:56

“Мин – эскесе, күптәргә ҡайғы-хәсрәт килтергән кеше..."

Был атайымдың көндәлегенең бер бите булып сыҡты. Уны уҡый башлағас...

Минең атайымдан да яҡшы атай юҡтыр төҫлө. Башҡалар менән сағыштырып та ҡараған бар, уның беҙ ҡустым менән тәртип боҙғанда ла тауышын күтәргәне булманы. Тик, ниңәлер, үҫә төшкәс, беҙ уны борсомаҫ, кәйефен боҙмаҫ өсөн тырыша инек. Ихтирамыбыҙ көслө булғанғалыр, моғайын.
Өйҙә бына тигән хужа, әсәйемә - таяныс, беҙгә - кәңәшсе... Нотоҡ уҡып йәнгә тейгәнен хәтерләмәйем. Ә бер саҡ мин үҙем өсөн ғәжәп асыш яһаным.
Атайымдың оҫтаханаһында инструменттар араһында ятҡан ҡағыҙҙар араһынан берәүһе ергә төшөп киткәс, кире һалайым тигәндә, уның почергы менән яҙылған хатты күреп ҡалдым. Үҙ-үҙенә хат яҙған түгелме? Ул көндәлектең бер бите булып сыҡты. Уҡымай түҙеп булманы. Әле ул саҡта мин яҡты донъяла ла булмағанмын. Ә атайым мине хәстәрләгән. “Мин – эскесе, тормошомдо "йәшел йылан" менән боҙған, шул сәбәпле колледждан ҡыуылған, күптәргә ҡайғы-хәсрәт килтергән кеше. Әммә әле тыумаған ҡыҙым хаҡына үҙгәрергә, донъяла иң яҡшы атай булырға тейешмен!”
Был юлдарҙы уҡығандан һуң атайыма хөрмәтем тағы ла нығыраҡ артты. Нисек ул быны булдыра алған? Белмәйем. Тик ул һүҙендә тора алған.
Был хаҡта бер ҡасан да үҙенән һорамаясаҡмын, сер итеп һаҡлаясаҡмын.
Фото: pinterest.ph.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: