Хәйбулла хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2020, 18:23
Һайлауҙарҙа дистанциялы тауыш биреү мөмкин буласаҡ
/
Путин интернет һәм почта аша дистанциялы тауыш биреү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
РФ Президенты Владимир Путин тауыш биреүҙе дистанциялы уҙғарыуға хоҡуҡ биреүсе законға ҡул ҡуйҙы. Ул “Рәсәй Федерацияһы граждандары һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуҡтары тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерә.
Дәүләт власына, урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар, Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ҡаралған башҡа референдумдар уҙғарғанда дистанциялы электрон тауыш биреү йәки почта аша тауыш биреү процедураларын ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
Закон шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡултамғалар йыйыуҙы ла күҙ уңында тота.
#ВладимирПутин
Гөлнара Күсәрбаева.
https://oskon-gazeta.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/aylau-ar-a-distantsiyali-tauish-bire-m-mkin-bulasa-286737/
Читайте нас: