Халыҡ өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – һуңғы тиҫтә йылда зыялыларыбыҙҙы иң тәрән уйландырған мәсьәләләрҙең береһе. Шуғк күрә район ағинәйҙәре араһында башланған “Ағнинәй +” акцияһын Сәғит ауылы ағинәйҙәре ҡабул итеп алды.
--Беҙҙең ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһында 11 ағза иҫәпләнә. Акция иғлан ителгәс тә дәррәү яҙылдыҡ. Раушания Кәипова (79 йәш), Роза Мәмбәтова (70 йәш), Бикә Мәмбәтова (71 йәш), Тәслимә Сәйфуллиналар (64 йәш) милли телдәге “районка”, республика гәзиттәрен йыл да алдыралар. Башҡа ағинәйҙәр ҙә матбуғатһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәй. Ауыл почтальоны килеп беҙҙе яҙҙырҙы. “Ағинәй +” акцияһына ярашлы, үҙебеҙ яҙылдыҡ. Хәҙер һәр беребеҙ күршеләрҙе, туғандарҙы яҙҙыртырға булдыҡ. Башҡаларҙы ла милли матбуғатҡа яҙылырға өндәйбеҙ.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитендә ауыл тормошо, әүҙем, өлгөлө ғаиләләр, хеҙмәт уңғандары, фермерҙарҙың эштәре даими яҡтыртыла. Үҙебеҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ. Һуғыш һәм тыл ветерандары тураһындағы мәҡәләләр араһында беҙҙең ауыл кешеләре лә бар, ауылда үткән мәҙәни саралар гәзит битендә донъя күрә. Ауылдашыбыҙ Раушания Кәипованың мәҡәләләре, Фәриҙә Кәипованың хикәйәләре бик оҡшай.
Үҙемдән алып әйткәндә, башҡорт гәзитен ата-әсәйемдәр даими алдырҙы. Ғаиләле булғас, үҙем дә “районка”нан айырылғаным юҡ. Мәктәптә эшләгән ваҡытта мәктәп тормошон, балалар менән үткәрелгән саралар тураһында яҡтырттым. Әле иһә ағинәйҙәр эшмәкәрлеге тураһында яҙырға тырышам.
Дөйөм алғанда, “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите хәйбуллалар өсөн рухи аҙыҡ булып тора, үҙ ерлегебеҙҙә милли рух тәрбиәләүҙә роле ҙур.
Оло быуындың бөгөнгө журналистарға теләктәре лә бар. Хәйбулла районының 90 йыллыҡ юбилейына ҡарата фәһемле мәҡәләләр күберәк булһын ине Тарихи биттәр, элекке колхоз-совхоздар, хеҙмәтсәндәр тураһында мәҡәләләр күрергә теләр инек. Сөнки беҙҙең кеүек оло быуын шул тормошта ҡайнап йәшәне. Яңы рубрикалар асылыуын теләйбеҙ.
Ә Сәғит ауылы ағинйҙәре башҡорт телендәге гәзитте уҡырға ярата. Мәктәптә үҙ бүлмәбеҙгә йыйылғанда шул йәки был мәҡәләне уҡынығыҙмы, тип хатта район гәзитен тотоп килеп етәләр. “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең үҙ йөҙө бар, шуныһы менән ул ҡиммәт,--тине Сәғит ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Гөлдәр Кәипова.