Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2020, 18:15

“Килендең шәбен эләктерҙек!”

"Камилҡайым, ул ҡыҙ һиңә пар түгел. Үкенерһең", - тип ҡаршы төштө әсәйем.

- Камил, һинең атай-әсәйең Рәйсәгә өйләнергә теләүеңә теше-тырнағы менән ҡаршы ине ләһә. Нисек күндерҙең? - тип аптырап һораны Фәтих үҙен туйға саҡырырға килгән дуҫынан.
- Рәйсә ут булып сыҡты, үҙем дә көтмәгәйнем, малай...
- Йәле, һөйлә, ауыл ҡыҙына өйләндермәйем тип ҡыр талашҡан әсәйеңә ни булды? Әминә апайҙы әйтәм, бик текә ине бит...
- Рәйсә бит ҡала ҡыҙҙарынан һис ҡайтыш түгел: үҙе һылыу, биҙәнә-төҙәнә белә, юғары уҡыу йортонда иң алдынғыларҙың береһе. Шулай тип әйтһәм, әсәйҙең йөҙө боҙола ла китә торғайны. Шулай ҙа таныштырырға булдым. Минекеләр уны һорауға күмде, атай-әсәйең кем дә туғандарың кем... Рәйсәнең һис иҫе китмәне, тыныс ҡына барыһы менән таныштырыу өҫтөнә ауылда нисек бесән сапҡанын, һыйыр һауып донъя көткәнен һөйләне. Профессор атайым телһеҙ ҡалды, әсәйем, киреһенсә, иртәгәһенә мине тетте генә.
“Камилҡайым, был ҡыҙ һиңә пар түгел. Сибәрлек ул туйҙа ғына кәрәк. Рәйсә ауыл өсөн генә тыуған, үкенерһең”, - тип мине һүрелтергә тырышты. Миндә лә кирелек етерлек икәнен беләһең. Тоттом да Рәйсәне баҡсаға ял итергә саҡырҙым. Яҡшылыҡҡа өмөт итмәнем, әлбиттә.
Беҙҙең өйҙөң тәҙрәһенә күршенең груша ағасының ҙур ботағы тейеп ҡамасаулап тороуын күреп, Рәйсә уны бысҡы менән ҡырҡҡан да төшөргән. Үҙем дә күрмәй ҡалдым. Участкала ер аҫтынан сығып ятҡан һыуға өйрәнеп бөткәйнек инде, атай берәйһен саҡыртып эшләтермен тип тә йөрөй ине. Ә өйҙәге крандан һыу тамсылап тигәндәй генә аға. Рәйсәнең көрәк алып шул ерҙе ҡаҙғанын күмәкләп күҙәттек, ҡаршы төшөргә баҙнат иткән кеше булманы. Торбалағы аҡҡан урын билдәле булғас, етешһеҙлекте бөтөрөп тә ҡуйҙыҡ. Атайымдың Рәйсәнең башы эшләүенә, тапҡырлығына иҫе китте.
Ә дачанан һалҡын тейҙереп ҡайтҡан атайымды халыҡ дауаһы менән аяҡҡа баҫтырыуы үҙе бер мөғжизә булды. Ятаҡҡа барып, торма менән бал килтерҙек, шуны болғатып, тағы нимәлер ҡушып, атайымды эсергә мәжбүр итте. Уныһы ла Рәйсәгә ышанып, был шифалы дарыуҙы эсте лә бөттө. Иртәгәһенә атайым шап-шаҡтай, сәләмәтләнеп йоҡонан уянды.
Ошо хәлдән һуң Рәйсәгә ҡараш тамырҙан үҙгәрҙе. “Характеры ныҡ, һиңә шундай кәләш кәрәк, улыҡайым”, ти әсәйем. ”Маладис, улым, киленде дөрөҫ һайлағанһың”, тип атай арҡанан ҡаға. Туйға әҙерләнеп ятабыҙ, - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Камил.
Фото: story-house.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: