Уҙған йылдың сентябрь айында уҡ үткән тикшереү һөҙөмтәһендә Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы милли батырыбыҙҙың һәйкәле торошона ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдергән. Ойошма быйылғы апрелгә тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡуша, әммә уларҙың мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡала. Һөҙөмтәлә штраф һалына.