Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Апрель 2020, 12:58

Ғүмере заяға үтмәне

Зәйнәп Сөләймән ҡыҙы Ҡоҙабаева 1939 йылда Аҡъяр ауылында тыуған. 11 йәшендә етем ҡалып, Юныс ағаһы һәм Маһибәҙәр еңгәһе тәрбиәһендә үҫә.

Зәйнәп Сөләймән ҡыҙы Ҡоҙабаева 1939 йылда Аҡъяр ауылында тыуған. 11 йәшендә етем ҡалып, Юныс ағаһы һәм Маһибәҙәр еңгәһе тәрбиәһендә үҫә.
Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия техникумына уҡырға инә. Яҙмыш ауырлыҡтарына бирешмәй, тырышып-тырмашып белем ала. Ошонда буласаҡ тормош юлдашы, еҙнәйебеҙ, таулы, урманлы Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы егете Йомабай Абдрахман улы Килмөхәмәтов менән таныша. Йәштәр уҡып бөткәс, Учалы районы Илсеғол, Яңы Байрамғол, Ҡотой, Ҡобағош ауылдары мәктәптәрендә еҙнәйем – директор, ә апайым башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 1975 йылда Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылына ҡайтып, йорт һалғандар. Киң күңелле, оло йөрәкле педагогия хеҙмәте алдынғылары, татыу, тырыш ғаилә, ауылдың хөрмәтле, ихтирамлы кешеләре булалар. Пенсияға сыҡҡансы ошо ауыл мәктәбендә эшләгәндәр. Улар бер ҡыҙ, өс ул үҫтереп, һәр береһенә белем биреп, йорт һалып, оло тормошҡа сығаралар. Ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып ҡына йәшәргә лә ине йәшәргә, тик мәкерле рак ауырыуы балаларын һәм туғандарын ҡайғыға һалып, ваҡытынан алда икеһен дә алып китте.
Зәйнәп Сөләймән ҡыҙы Ҡоҙабаеваны туғандары, класташтары, элекке күршеләре иҫкә алһындар ине, уларҙың балалары ҡайғы- хәсрәтһеҙ, иҫән-һау, бәхетле йәшәһендәр.
Зәйнәп апай, мәрхүмә булырҙан алда, Аҡъярға, беҙгә ҡунаҡҡа килгән сағында яҙған шиғырын һеҙгә лә тәҡдим итәм.
Ярты быуат ситтә йәшәһәм дә,
Йәшәнем мин Аҡъярҙы һағынып.
Шөкөр, әле тағы ҡайтып киләм,
Тыуған ауылым, һиңә ашҡынып.
Һағынам мин сикһеҙ далаларҙы,
Унда үҫкән ҡаты ҡылғанды,
Һағынам мин иркен дала буйлап
Тәгәрәгән ҡаты ҡамғаҡты.
Һағынам мин һине, Таналығым,
Һағынам мин туған мәктәпте,
Һағындым мин һеҙҙе, һабаҡташтар,
Һағындым мин күрше-күләнде.
Ҡайтҡан һайын сығып ҡарап торам,
Уйнап үҫкән таныш урамға,
Ҡайҙаһығыҙ, йәшлек дуҫтарым, тип
Инде кемдән тотоп һорарға?
Беҙ ҙурайҙыҡ, таралышып бөттөк,
Тынып ҡалды хәҙер урамдар,
Ҡайҙаһығыҙ, ялбыр сәсле ҡыҙҙар?
Ҡайҙаһығыҙ, йолҡош малайҙар?
Беҙ уйнаныҡ күмәк йыйылышып,
Барыбыҙ ҙа ярлы-ябаға,
Дуҫ һәм татыу була белдек,
Бүленмәнек аҡҡа-ҡараға.
Күмәкләшеп тышта уйнай инек,
Саң борҡотоп, туҙан туҙҙырып,
Сыбыҡ атҡа менеп сабыша инек
Бер-беребеҙҙән уҙҙырып.
Тотманыҡ беҙ ялтыр уйынсыҡтар,
Кеймәнек беҙ затлы кейемдәр,
Тәмләмәнек татлы ризыҡтар,
Эсмәнек беҙ шәрбәт һыуҙары,
Ә шулай ҙа үҫтек, бирешмәнек,
Беҙҙең быуын булды түҙемле,
Шул осорҙа тороп ҡалған кеүек,
Хис итәмсе ҡайсаҡ үҙемде.
Ғүмер уҙа, ваҡыт менән бергә,
Бер туҡтамай алға тәгәрәй,
Аҡҡан һыуҙай уҙған был ғүмерҙе,
Бер нимә лә тотоп торалмай.
Урам буйлап уҙам, эҙләйем мин
Үҙебеҙ үҫкән саман өйҙәрҙе,
Ләкин күрәм, улар урынына
Ҡалҡып сыҡҡан эре йорттарҙы.
Ауылҡайым хәҙер ныҡ үҙгәргән
Кешеләр ҙә бында икенсе,
Ҡайһылары мине танымай ҙа,
Әйтерһең дә, мин бер үткенсе.
Ауылыма ҡайтып килгән һайын
Йөрәккәйем китә йәшәреп,
Көт һин мине, тағы киләм әле,
Ауылҡайым, һиңә әйләнеп...
Сибәр Ҡоҙабаева.
Аҡъяр ауылы.
Читайте нас: