Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2020, 15:20

Яңы Ергәндә ауыл гөрләп торҙо!

Бында саңғысылар ярышты, халыҡ байрамы ойошторолдо

Ҡыштың һуңғы көнөндә ауыл шат тауыштарҙан, спортсыларҙың еңеүгә сәменән, урамда уҡ, саф һауала бешерелгән тәмле ҡоймаҡ еҫенән, халыҡ уйындарынан байрам кәйефе урғылып ташып торҙо.
Яңы Ергән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.Сәйфуллин призына Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына һәм физкультура уҡытыусыһы Х.Ильясов иҫтәлегенә ойошторолған саңғы ярышында бөтә район ауылдарынан килгән спортсылар көс һынашты.
Ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршы алыуға арналған халыҡ байрамы ла гөрләп торҙо. Теләгән һәр кем оҫтабикәләр урамда уҡ ҡойоп торған тәмле, эҫе ҡоймаҡтар менән самауыр сәйе эсеп кинәнде.
Читайте нас: