Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2020, 17:42

Яҡташыбыҙ, бейеүсе Марат Солтанов “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булды

-

Өфөлә “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең ҙур концерты уҙҙы. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ансамблде баш ҡаланың йөҙө булыуын билдәләне һәм уның республикала июль айында үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһында Өфөнө лайыҡлы күрһәтәсәгенә ышанысын белдерҙе. Коллектив хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡтары һәм сәнғәтте үҫтереүҙәге өлөштәре өсөн почетлы исемдәр бирелде. Улар араһында яҡташыбыҙ, балет артисы Марат Солтанов та бар.
Марат Юлай улын лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: