Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2020, 12:21

Аҡса бүләк иткән

-

Аҡса бүләк итеү тураһында яман шеш менән ауырыған Андрейҙың (исемдәр үҙгәртелгән) әсәһе Инстаграмда яҙған. Күптән түгел ҡатын Интернет селтәрендә балаһын дауалар өсөн аҡса һораған булған.
“Аллаға шөкөр, улым йәшәйәсәк! Балама операцияға 430 мең һум кәрәк ине. 130 меңгә машинамды һаттым, ә бөгөн банк картаһына 300 мең һум аҡса күсерҙеләр. Әммә ул кеше исемен әйтмәҫкә ҡушты.
Шуны ғына әйтә алам: ул – Санкт-Петербургтың күренекле блогеры. Артабан да ярҙам итәсәген белдерҙе. Беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”,- тип яҙған ҡатын.
Балаға бер аҙнанан Израилдә операция яһаясаҡтар.
Автор: Ример Насретдинов
Читайте нас: