Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2020, 18:20

Әүҙем почтальондарға редакцияның бүләктәре тапшырылды

/

2020 йылдың беренсе ярты йыллығына “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәренә яҙҙырып, “районка” тиражын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индергән әүҙем почтальондар - Сәлимә Иҙрисова, Марат Дәүләткилдин, Булат Билалов, Гөлнара Кинйәбаева, Илүзә Йәрмөхәмәтова, Гөлназ Ҡаҙнабаева, Елена Алексеева, Алена Кривошеева, Мария Волжанина, Гүзәл Сыңғыҙоваларға редакцияның бүләктәре тапшырылды.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенең баш мөхәррире Мәрйәм Иманғолова почтальондарға рәхмәт белдереп, ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығында ла шулай бергәләп әүҙем эшләргә яҙыуын теләне.
-Почтальондарҙың эше еңелдән түгел. Элек гәзит-журналдарға яҙылыусылар күп булды. Әле күптәр социаль селтәрҙәрҙә, гәзиттең сайтында уҡыу менән сикләнә. Баҫмаға күбеһенсә оло һәм урта быуын яҙыла. Улар йәштән уҡып өйрәнгәндәр. Шуға күрә тиражды һаҡлап ҡалыу өсөн ундайҙарҙы юғалтмаҫҡа тырышабыҙ. Айырыуса халыҡ декада ваҡытында ташлама менән яҙылып ҡалырға тырыша. Почтальондарҙың эше яуаплы. Улар өйҙәр буйлап йөрөп, гәзиткә яҙҙырып ҡына ҡалмай, ә төрлө тауарҙар ҙа һата, теләге булғандарға коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ҙә ҡабул итә. Беҙҙең почтальондарҙы дәртләндереп, бүләктәр тапшырған өсөн рәхмәт белдерәм. Уларға артабан да яҡшыраҡ эшләү өсөн стимул буласаҡ,-- тине Почта бәйләнеше цехы начальнигы Наталья Кузнецова.
- Беҙҙең эште баһалап, бүләктәр тапшырғаны өсөн редакция етәкселегенә рәхмәт белдерәм. Почтала ике тиҫтә йыл эшләү осоронда үҙемдең тоғро гәзиткә яҙылыусыларым барлыҡҡа килде. Улар хатта йәрминкә ваҡытында ла мине эҙләп табып, яҙылып китәләр. Гәзит биттәрендә хикәйәләр баҫтырып, һуңынан уҡылған әҫәр тураһында фекер алышыу ойошторолған рубрика асһағыҙ ине, сөнки шундай теләктәрҙе күп ишетергә тура килә. Ғөмүмән, ике телдәге гәзит тә уҡымлы, йөкмәткеле. Шуныһы ҡыуаныслы: минең участкала йыл да ике гәзиткә лә яҙылыусылар бар. Шундайҙар күберәк булһын ине,- тине Гүзәл Сыңғыҙова.
Читайте нас: