Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2020, 19:05

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сиктәрендә сираттағы вебинар үтте

/

2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса медиаофис мәғлүмәт-аңлатыу эштәре буйынса уҡытыу вебинарҙары циклын дауам итә. Бөгөн муниципаль район хакимиәтенең бәләкәй залында “Соцмедиала эш – контент һәм аудитория” темаһына өсөнсө вебинар үтте. Уны киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре тыңланы.
Вебинарҙа ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә эште нисек планлаштырыу, материал өсөн тема һайлау, ҡулланыусылар комментарийҙары менән нисек эшләү тураһында мәғлүмәт алды. Шулай уҡ ойоштороусылар контент төрҙәре, уларҙы социаль селтәрҙәрҙә үҙләштереү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Читайте нас: