Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2020, 18:46

Хәйбулла һылыуы

Ленария Хәсәнова “Miss International-Ufa” бәйгеһендә Гран-при яуланы

Бөгөн һеҙҙе алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ, булмышынан итәғәтлелек, ихласлыҡ, нәзәкәтлелек бөркөлөп торған милли рухлы һылыу ҡыҙ, һандуғастай моңло тауышлы өмөтлө йырсы Ленария Хәсәнова менән таныштырмаҡсыбыҙ.
-Ленария, гәзит уҡыусыларға үҙең тураһында һөйләп үтһәң ине?
- Мин Садовый ауылында тыуып үҫтем. 25 йәштәмен һәм сәнғәткә ғашиҡ кешемен. Сибай ҡалаһындағы сәнғәт колледжын тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтына уҡырға индем. Әлеге ваҡытта вокал бүлегенең 5-се курсында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәровала белем алам.
- Ни өсөн ошо һөнәрҙе һайларға булдың?
-Уҡытыусылар ғаиләһе - Таулыҡаевтар династияһынан булһам да, арабыҙҙа ижад кешеләре байтаҡ. Олатайҙарым, апайҙарым һынлы сәнғәткә һәләтле булһа, инәйем опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зәйтүнә Ғәзизова һәм мин йыр сәнғәтен юлдаш иткәнбеҙ. Шуға ла бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәнем. 6 йәштән йыл һайын үткәрелгән "Сулпылар" йыр бәйгеһендә ҡатнашып килдем. Шунда мине Аҡъяр ауылындағы Балалар ижады йортоноң элекке директоры Фәнил Аллағолов күреп, үҙ кәңәшен бирҙе. Артабан уның ярҙамы менән балалар өсөн үткәрелгән һәр бер сарала ҡатнаша башланым.
Әсәйем дә һәр ваҡыт минең башланғыстарымды хуплап торҙо. Уның матди ғына түгел, әхлаҡи ярҙамын да тоям. Әсәйем әле лә минең өсөн янып-көйөп, фәһемле кәңәштәре менән терәк-таяныс булып тора.
Районыбыҙҙа үткәрелгән бөтә конкурстарҙа ҡатнаштым, һуңынан төбәк, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә үҙ көсөмдө һынап ҡарау теләге тыуҙы. Шул ваҡыттан алып сәхнәгә бөтөнләйгә ғашиҡ булдым.
- Белеүебеҙсә, һин “Miss International-Ufa” бәйгеһендә Гран-при яуланың. Еңеүгә ышаныс булдымы?
- Эйе, еңеү яуланым, тик конкурста еңеүгә ышанысым булманы. Шул саҡта ни өсөн ҡатнаштың, тигән һорау барлыҡҡа килә. Сәнғәт өсөн! Ижад кешеһе булараҡ, үҙемде һынап ҡарарға булдым. "Miss International-Ufa" конкурсы мине үҙенең матурлығы, киң аудиториялығы һәм иң мөһиме - мәғәнәһе менән йәлеп итте. Бәйгелә үҙ халҡыңдың, туған телеңдең, мәҙәниәтеңдең, барлыҡ үҙенсәлеген, йолаларын күрһәтергә тигән шарттар ҡуйылды. Был миңә милләтем - башҡорт халҡына барлыҡ мөхәббәтемде күрһәтергә мөмкинлек бирҙе. Шуға күрә баштан уҡ бәйгегә етди ҡараным һәм уға бөтә булған ижади көсөмдө һалдым. Бәләкәйҙән үҙ туған телемдә һөйләшеп үҫкәс, жюри ағзаларын, тамашасыларҙы ысын башҡорт ҡыҙы булыуыма ышандыра алғанмындыр, шуға ла еңеү яулағанмындыр тип уйлайым.
-Тормошоңда күберәк аҡыл өҫтөнлөк итәме, әллә тойғомо?
- Әлбиттә, тойғо өҫтөнлөк итә. Сөнки, беренсенән, мин – сәнғәт, икенсенән ҡыҙ кеше. Беҙҙең өсөн был донъяла иң мөһиме кешенең эске донъяһы, тышҡы ҡиәфәтенең эстетик матурлығы менән һоҡланып йәшәү. Ижадта шул тойғоларҙы музыка аша тыңлаусыға күрһәтәбеҙ, тапшырабыҙ тиһәк тә була. Шулай ҙа аҡыл тураһында ла оноторға ярамай. Бөтә ғәмәлдәр аңлы булырға тейеш.
-Һинеңсә, бөгөнгө башҡорт ҡыҙҙарына нимә етмәй?
- Хәҙерге ваҡытта башҡорт ҡына түгел, ә бөтә милләт ҡыҙҙарының да тәртибе әҙерәк үҙгәрҙе тиһәм, һис яңылышмаҫмын. Минең уйлауымса, был беҙҙең генә түгел, ә замандың проблемаһы. Интернет селтәренең популяр булыуы арҡаһында күбеһе китап уҡыу, тере аралашыу, әүҙем йәшәү рәүеше тураһында онотто. Ҡыҙыҡлы мауығыу, яратҡан шөғөлдө интернетта аралашыу алмаштырҙы. Минеңсә, беҙҙең ҡыҙҙарға эске донъяңды байытыу, үҙ өҫтөндә эшләү етмәй. Әммә был яҡшы күренер өсөн генә тигәнде аңлатмай. Социаль селтәрҙә күп ултырмаҫҡа, ундағы ысын булмаған ялған образдарҙан ситләшергә, үҙеңдең тәбиғи матурлығынды яратып, тәрән эске донъяңды үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк тип уйлайым.
- Сәләмәт тормош алып бараһыңмы?
- Ысынын әйткәндә, үҙемде сәләмәт тормош алып барам тип әйтә алмайым. Әммә был минең ниндәйҙер зыянлы эштәр менән булышыуымды, йәки ҡулланыуымды аңлатмай. Үҙ алдымда ғәҙелмен. Сөнки, минеңсә, сәләмәт тормош ул - көн һайын иртән физик күнекмәләр эшләү, дөрөҫ туҡланыуҙы аңлата. Ә мин бөтөнләй улай кеше түгел: һәр саҡ туйғансы йоҡларға тырышам, бәлештәр, тәмлекәстәр ашарға яратам. Йәш булыуым арҡаһында, бындай көн тәртибе әлегә зыян килтермәй. Тик киләсәктә мотлаҡ спорт менән шөғөлләнә башлармын тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем.
-Буш ваҡыттарыңды нисек үткәрәһең?
- Буш ваҡыттарымды күбеһенсә файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Тәү сиратта нәфис әҙәбиәт уҡыйым, башлыса сит ил авторҙары ҡыҙыҡһындыра, үҙебеҙҙекеләр тураһында ла онотмаҫҡа тырышам. Китап уҡыуҙан тыш, төрлө музыкаль видеолар, опера, мюзикл постановкаларын, нәфис һәм документаль фильмдар ҡарарға яратам. Тиҫтерҙәрем, коллегаларым менән күп аралашам, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән бүлешәбеҙ, театрҙарға йөрөйбөҙ. Хәҙерге заманда үҙ аллы үҫеш менән шөғөлләнер өсөн мөмкинлектәр бик күп, уны ҡулдан ысҡындырырға ярамай.
-Киләсәккә ниндәй хыялдар менән янаһың?
- Хыялдарым, тәү сиратта, ижадҡа бәйле. Сәхнәлә сығыш яһаған йырсы ғына түгел, ә сәнғәт өсөн яуаплы кеше булырға теләйем. Тамашасыға хистәр, яңы кисерештәр биреү, үҙ-үҙенә ышаныс, тормошҡа һөйөү уятыу маҡсаты менән йәшәйем. Залда ултырған һәр тамашасыны тетрәндерерлек, күҙҙәрҙән йәштәр ағырлыҡ тойғолар уятырмын тип ышанам.
Шулай уҡ ижадым менән төрлө илдәр гиҙеү маҡсатын ҡуям, төрлө халыҡ йырсыларының оҫталығы, музыкаһы менән танышырға уйлайым. Әлегә, алыҫ булһа ла, киләсәктә бәлки, үҙ спектаклдәремде, мюзиклдарымды ҡуйырмын тип хыялланам. Хыялланыу насар түгел, бары тик эшләргә кәрәк.
- Тормош девизың бармы?
- Бала саҡтан иҫемдә тотҡан "Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә" тигән халыҡ әйтемен тормош девизым итеп алғанмын. Бәләкәй генә булһа ла даими ынтылыш, мөһим һөҙөмтәләргә килтереүенә ышанам. Шуның өсөн бер урында тормайым, һәр ваҡыт бөтә ерҙә лә әүҙем ҡатнашырға тырышам. Сөнки еңеүҙәрме, еңелеүҙәрме – һәр ваҡиғаның ыңғай яғы бар. Хаталаныуҙарҙан ҡурҡмаҫҡа, уны үҙенсәлекле дәрес тип һығымта яһарға кәрәк.
- Башҡа йәштәргә теләктәрең?
- Йәштәргә теләгем бер: тормошто яратып йәшәһендәр, әүҙем булһындар, булған бөтә мөмкинлектәр менән файҙаланһындар. Сөнки беҙ киләсәк өсөн яуаплы. Шуға күрә иң беренсе мөһим булған еңеүҙәргә өлгәшеүҙәрен, бөтә заман талаптарына яуап биреүҙәрен теләйем. Үҙебеҙҙе бар яҡтан да матур күрһәтеп, мәҙәниәт һәм сәнғәтте күтәреп, киләсәктә лайыҡлы кешеләр тәрбиәләргә тырышайыҡ.
-Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн рәхмәт, уҡыуыңда уңыштар, маҡсаттарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: