Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2020, 19:13

Театр йылын ябыу тантанаһы үтте

/

Район мәҙәниәт йортонда Театр йылын ябыу һәм Рәсәйҙә Хәтер һәм Дан, Башҡортостанда ауылдар зауығы йылын асыу тантанаһы үтте. Муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен сәләмләп, үткән йылдың ваҡиғаларға бай булыуын һәм райондың театр коллективтарына күп нимә биреүен билдәләп үтте, Театр йылы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтарының театр коллективтарын, һәүәҫкәр артистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Сарала райондың театр коллективтарының төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәре тамашасылар күңеленә хуш килде.
Читайте нас: