Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 13:26

Халыҡ мөһим һорауҙар күтәрә

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов муниципаль район хакимиәте структуралары һәм хеҙмәттәре етәкселәре менән берлектә ауылдар халҡынын яңғыраған һорауҙарға яуап бирҙе, уларҙың барыһы ла контролгә алынды.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов муниципаль район хакимиәте структуралары һәм хеҙмәттәре етәкселәре менән берлектә ауылдар халҡынын яңғыраған һорауҙарға яуап бирҙе, уларҙың барыһы ла контролгә алынды.
Федоровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Н Лебедева 2019 йыл йомғактары буйынса отчет доклады менән сығыш яһаны. Башҡарылған эштәр тураһында беҙ ай башында "Хәйбулла хәбәрҙәре" район гәзитендә ентекләп яҙғайныҡ инде, шуға күрә уларға туҡталып тормайбыҙ, бары Наталья Семеневнаның уңыштар менән бер рәттән, етешһеҙлектәр тураһында ла йәшермәй, асыҡтан-асыҡ һөйләүен генә билдәләп үтергә кәрәктер.
Артабан Рөстәм Динислам улы йыйылыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади торошо, киләсәк пландар менән ҡыҫкаса таныштырҙы.
-2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса һәм ағымдағы йылдың күпселек күрһәткестәр ыңғай динамикала. - тине район хакимиәте башлығы. - Дөйөм алғанда, райондың предприятиелары һәм ойошмалары, учреждениелары һәм муниципаль берәмектәр юғары һөҙөмтәлелек менән эшләне. Райондың бюджет үтәлеше яҡынса 105 процент, килем өлөшө 450 миллион һум самаһы, ә тулайым бюджет бөтәһе миллиард ике йөҙ миллион самаһы тәшкил итә. Иң көслө бюджеттарҙың береһе булып ауыл хужалығы һанала. Уртаса эш хаҡы һәм бөтә күрһәткестәр бөтәһе лә үҫеш йүнәлешендә.
Әммә кире күренешетәр ҙә бар. Мәҫәлән, улар демографияға ҡағыла. 2019 йылда районда бөтәһе 336 бала тыуған. 2013 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға тыуым кәмегән. Үлем осрағы-324. Райондан күсеп киткән халыҡ-253. Торлаҡ үҫешенең күрһәткесе 60-70 процент ҡын тәшкил итә. Йәштәр райондан китә, шуға күрә ауыл халҡы һаны ла кәмей.
Ауыл биләмәләрендә үткән отчет йыйылыштарындағы асыҡ һөйләшеүҙә власть органдары вәкилдәренә проблема күтәргән һорауҙар күп булды.
Федоровка ауылына килгәндә, район дауаханаларында койка урындары етешмәүе, сабынлыҡты, элекке хужаһыҙ ҡалған колхоз обьекттарын рәсмилләштереү, мәктәп тураһында һорауҙар яңғыраны.
Әбүбәкер ауылы халҡы ла пай ерҙәрен межалау, мәктәпте ремонтлау, эшһеҙлек, автобус туҡталғаһын уңайлы урынға күсереү кеүек проблемаларҙы күтәрҙе.
Бынан башҡа мәсьәләләр ҙә булды, тьеләгән һәр кем үҙен борсоған һорау менән хакимиәт башлығына мөрәжәғәт итеп, үҙенә кәрәкле яуап ала алды.
Осрашыу барышында район хакимиәте башлығына, мәғариф идаралығы начальнигы Ю.Д.Сиражетдиновҡа, Аҡъяр район үҙәк дауаханаһының балалар бүлеге етәксеһе Ф.Ф.Аҡбулатоваға, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Г.В.Шалашоваға күп һорауҙар бирелде.
-Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт, - тине йомғаҡлау һүҙендә район башлығы. - Һорауҙар күп, эшләйһе эштәр тағы ла күберәк. Эшләргә кәрәк. Бер көндә барыһын да эшләп булмай, әммә ләкин ҡайһылыр мәсьәләләрҙе беренсе сиратта хәл итергә, бәғзеләрен һуңғараҡҡа ҡалдырырға тура киләсәк. Нисек кенә булмаһын, барыһы ла үҙ ваҡыты менән булыр тип ышанабыҙ.
Гүзәл Бохарбаева.
Комментарий:
Рөстәм Шәрипов, муниципаль район хакимиәте башлығы:
-Үткән аҙанала отчет йыйылыштар биш ауыл биләмәһендә үтте. Халыҡ менән осрашыу күрһәтеүенсә, граждандар сыҡ һөйләшеүгә, хеҙмәттәшлек һәм дөйөм проблемаларҙы бергәләп хәл итеүгә әҙер.
Һәр ауылда юлдар торошо, уларҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса һорауҙар күп булды. Бынан тыш, пар ерҙәре, бесәнлекте рәсмиләштереү, ауыл хужалығы продукциялрын һатыу, ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн быуаларҙы тергеҙеү кеүек проблемалар күтәрелде.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе-һәр ауылда иң көнүҙәк тема. Граждандарҙы дауаханала табиптр етешмәүе, ФАП-тарҙа фельдшерҙар булмауы борсой.
Йыйылышта мөрәжәғәт итеүселәр шәхси проблемаларын ғына күтәреп ҡалмай, улар Хәйбулла районының артабанғы үҫеше өсөн дә битараф түгел. Был балалар баҡсаһы, мәктәптәр, дауахна, мәҙәниәт учреждениелпры, спорт объекттарын төҙөү һәм ремонтлау, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҡағыла. Тимәк, халыҡ үҙенең һәм балаларының яҙмышы тыуған районы менән бәйләй. Бындай кешеләрҙең, район өсөн янып йәшәгәндәрҙең, күп булыуы ҡыуандырҙы.
Читайте нас: