Рәйсә Фәхриева 90 йәшлек юбилейын билдәләне
Аҡъяр ауылында йәшәүсе тыл хеҙмәтсәне, педагогия хеҙмәте ветераны Рәйсә Фәхриева лайыҡлы тормош юлы үткән һәм матур олоғайған ағинәйҙәрҙең береһе. Юбиляр менән осрашырға барғанда беҙҙе мөләйем йөҙлө, асыҡ зиһенле, йәш сырайлы инәй ҡаршы алды.
Салауат районы ҡыҙы Рәйсә Ғәле ҡыҙы һуғыш осоро балаһы булараҡ, ул ваҡыттарҙағы тормоштоң әсе-сөсөһөн дә күп татый. Әлеге 1-се республика Башҡорт гимназия-интернатын тамамлай. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән бергә уҡыйҙар. Бөгөн гимназия уның исемен йөрөтә. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алып, 1954 йылда Аҡъяр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Ул хеҙмәт юлында йәш быуынға төплө белем биреү, уларҙа рух, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һала. Уҡытыусының өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмай торған айырым бер һыҙаты була. Уның дәрестәре һәр саҡ ҡыҙыҡлы һәм юғары кимәлдә үтә. Дәрестәре уҡыусыларға ғына оҡшамап ҡалмай, ә райондың башҡа мәктәптәрендә уҡытыусы коллегалары тарафынан да юғары баһалана. Үҙ предметын төплө белгән педагог уҡыусыларҙа ғына түгел, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр араһында ла абруй ҡаҙана.
Өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен мәғарифҡа арнаған ветерандың фиҙаҡәр хеҙмәте лә юғары баһалана. Ул “РСФСР-ҙың халыҡ мәғариф отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән. Балаларға белем биреү һәм тәрбиләү өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе- һаны юҡ.
Уҡытыусыбыҙ беҙҙең күңелдә тик яҡшы яҡтан ғына хәтерҙә уйылып ҡалған. Уның телмәре бай, асыҡ, уҡыусыларға аңлайышлы ине. Ул һәр саҡ һайлаған юлынан тайпылмайынса, алға ҡуйған маҡсатына ҡарай атланы һәм уҡыусыларында ла шул сифаттарҙы тәрбиәләне. Уҡытыусыбыҙҙың йәшәүгә булған ынтылышы, рухи яҡтан көслөлөгө әле булһа ла һоҡланыу уята, - тиҙәр педагогтың элекке уҡыусылары. Рәйсә Ғәле ҡыҙы уҡытыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптең профсоюз комитеты ағзаһы, Аҡъяр ауыл Советы депутаты була. Бик күп йылдар райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй. Уҡытыусылар алдында педагогия темаһына сығыштары ла ошо изге һөнәрҙе һайлаусылар өсөн фәһемле була.
1-се Аҡъяр урта мәктәбендә эшләү дәүерендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын ҡорамалландыра һәм биҙәй.
Студент йылдарында Муса Сәлимгәрәй улы менән осрашып, институттан һуң, ғаилә ҡоралар. Ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улдары йәшләй генә яҡты донъянан китеп бара. Бөгөн Рәйсә Ғәле ҡыҙы улы Салауат һәм килене Земфира Ишкилдиндарҙың ғаиләһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. 3 ейәне һәм 2 ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәренең уңыштарына ҡыуанып ултыра ул. Әле төҫ ташламаған, шаян инәйҙең йөҙөнән нур бөркөлөп тора.
Килен булып төшкәндән алып, бейем менән 30 йыл бергәбеҙ. Әхирәттәр кеүекбеҙ. Уны икенсе әсәйем һымаҡ күрәм. Бейем бик аҡыллы, эшһөйәр кеше. Балаларыбыҙҙы үҫтереүҙә ярҙам итте. Уларҙы рухи һәм педагогик яҡтан тәрбиәләне. Беҙгә һәр саҡ терәк-таяныс булды. Шуға күрә лә тыныс күңел менән эшкә китә торғайным. Быға тиклем бик теремек ине. Йорт эштәрендә лә ярҙам итте. Яҙ етһә, үҫентеләрҙе үҙе ултыртты. Баҡсала ла бергәләп эшләнек. “Ағинәйҙәр” ойошмаһының да әүҙем ағзаһы булды. Ҡумыҙҙа уйнап, сараларҙа даими сығыш яһай торғайны. Ғөмүмән тулы тормошта ҡайнап йәшәне. Оҫта тегенсе булды. Юҡсылыҡ заманда балаларға кейемдәр тегеп бирә ине. Ҡыҙыма һәм үҙенә милли костюм текте, түшелдерек эшләне. Үҙе лә килешле, зауыҡлы кейенә белде. Тик былтыр яҙ инсульт кисереп кенә биреште. Аллаға шөкөр, әле аяҡҡа баҫты. Бөтәһе менән дә йылы мөнәсәбәттә. Шуға күрә таныштары, яҡындары хөрмәт итеп тора. Бейемем беҙгә һәр яҡлап өлгө булып тора,- ти юбилярҙың килене Земфира. Улына хәстәрлекле әсәй, килендәренә өлгөлө бейем, ейән-ейәнсәрҙәренә наҙлы ҡартәсәй, районда хөрмәтле ағинәй булған Рәйсә Фәхриеваға иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Бер быуатлыҡ юбилейында именлектә ҡаршы алырға яҙһын.