Ғәлиәхмәттә спорт майҙансығы, мәҙәниәт йортона ремонт яһалған, шулай уҡ ошо ауыл эргәһендә быуа быуылды, Аҡнаҙар ауылында социаль-мәҙәни үҙәк, Аҡъюл ауылына скважина бырауланған, Урыҫбай ауылының зыяраты тәртипкә килтерелгән. шШулай уҡ янғын машинаһы һәм трактор, 70 квадрат метрлыҡ көплө ангар гаражы алынып, ул тулыһынса комплеклаштырылған. Быйыл яҙ ҡороп ҡуясаҡтар.
Эйе, ауылдарҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртыу, уларҙың йәшәйешен яҡшыртыуға булышлыҡ итеү – быларҙың барыһы ла урындағы хакимиәт иңендә. Бөгөн һәр ауыл биләмәһе башлығы алдында, үҙенә йөкмәтелгән бихисап йөкләмәнән тыш, төбәктәге барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы ла тора.
- “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы нигеҙендә– халыҡ көнүҙәк проблемаларҙы үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүгә ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә. 2018 йылда Урыҫбай башланғыс мәктәбенең буш торған бинаһын клуб һәм фельдшер –акушерлыҡ пункты итеп үҙгәрттек. Был маҡсатта “Аныҡ эштәр” проекты буйынса 504 мең һум аҡса бүленде. Уның 300 мең һумы-“Берҙәм Рәсәй” партия һы, ҡалғаны муниципаль бюджеттан аҡса бүленде. Аукцион үтеп, район үҙәгенән подряд ойошмаһы тиҙ арала эштәрҙе башҡарып сыҡты.
Мәктәп ябылғас, бина буш торҙо. Сход үткәреп, халыҡ менән кәңәшләшкәс, программаға ғариза бирҙек. Партия, район хакимиәте яғынан да беҙҙең тәҡдимде хупланылар, 2018 йылда смета төҙөп, бинаның фойеһын клуб итеп эшләнек. Шулай бер бүлмәне фельдшер-акушерлыҡ пункты итеп әҙерләнек. Был ауылда быға тиклем, ФАП булманы, ә халыҡҡа медицина ярҙамы бик кәрәк ине. Мин ауыл биләмәһендә эшләй башлағанда, Ғәлиәхмәт һәм Аҡъюл ауылдарында ғына медпункт бар ине, ә Аҡнаҙар һәм Урыҫбай ауылдары бөтөнләй фельдшерһыҙ ине. Хәҙер фельдшерҙар штаты булдырҙыҡ, халыҡ шат. Әммә, проблема тулыһынса хәл ителмәне, халыҡты ҡабул итеү бүлмәһе булманы. Бөгөнгө көндә мәктәп бинаһы ремонтланып, газ менән йылытыуҙы алып, хәҙер электр конвекторлауға күсерҙек. Был бик уңай ысул, ФАП-ты йылытып, клуб яғы кәрәк булмаһа, һүндереп торорға була. Сығым бик аҙ һәм шул яғы менән отошло.
Аҡнаҙар ауылында ла ошондай уҡ проблемалар булды. Унда элекке башланғыс мәктәп бинаһын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” буйынса ремонтланыҡ. Был эшкә күп көс һәм ваҡыт сарыф ителде. Документтар туплау, халыҡтан аҡса йыйыу, бағымсылар эҙләү, төҙөлөш эштәрен ойоштороу һәм башҡа мәшәҡәттәр Аҡъюл ауылы биләмәһе хакимиәтенә һәм быға вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең иңенә төштө. Ул бер нисә этаптан торҙо. Тәүгеһе 302 мең һумлыҡ проект ине. Талап ителгән аҡсаның 30 меңен ауыл халҡы йыйһа, 30-ын – бағымсылар, 30 меңе ауыл биләмәһе хакимиәте бюджетынан. Программа буйынса субсидия бирелеп, ремонт эштәре башҡарылды. Әлбиттә, бөтә эштәр ҙә эшләнеп бөтә алмай, сөнки ауыл бәләкәй, шунда уҡ ҡиммәт проекттарға аҙ халыҡ менән сығыуы ҡыйыныраҡ. Икенсе этапта урындағы бюджет менән евро тәҙрәләр ҡуйылды һәм йылытыу селтәре яңыртылды. Өсөнсө этап ҡалды, башҡараһы эштәр күп әле, клуб ҡоролмаларын эшләп бөтөр кәрәк. Шулай уҡ Аҡнаҙар фельдшер акушерлыҡ пункты ла авария хәлендә, уны ла ошо бинаға күсереп, ҡоролмалар менән йыһазландырырға кәрәк. Шулай итеп, кәрәк булмаған биналарҙы емерергә бирмәй, социаль мәҙәни үҙәктәр төҙөп, халыҡ мәнфәғәтенә ҡайтарырға тырышабыҙ.
Милли проекттар ярҙамында ауылдарҙа байтаҡ эштәр башҡарылды. Халыҡ кәрәкле тип һайлаған объекттарҙы йүнәтеүгә аҡсалата ярҙам итә, ҡул көсө кәрәкһә, дәррәү өмәгә лә сыға.
Бер юлы бөтә эштәрҙе лә башҡарып булмай. Эҙмә-эҙлекле, ҡыҫҡа һәм оҙайлы сроклы пландарҙы иҫәпкә алып, халыҡ мәнфәғәтенә эштәр башҡарырға кәрәк,-тине Аҡъюл ауылы биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков.
Социаль мәҙәни үҙәк эшләп килә
Социаль-мәҙәни үҙәк Урыҫбайҙың 1992 йылда мәктәп булып төҙөлгән бинаһында урынлашҡан. 2013 йылда оптимәлләштереү ваҡытында уҡыу йорто ябыла. Бина емерелә башлай, клуб, ФАП мәсьәләһен хәл итергә тип, уны ремотларға булалар. Реконструкциянан һуң бында социаль-мәҙәни үҙәк (клуб һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты) урынлаша.
-Урыҫбай ауылында бишенсе йыл клубта мәҙәни ойоштороусы булып эшләйем. Тәүҙә иҫке бинала эшләргә тура килде, ул авария хәлендә булды, түбәләре емерелеп бара ине. Ауылда балалар һаны кәмегәс, мәктәп ябылды, хәҙер улар Ғәлиәхмәт интернатында уҡый. Аҡъюл ауыл биләмәһе элекке мәктәп бинаһына клуб һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырҙы. Хәҙер ике йыл ошо йылы бинала яңы йыл байрамын үткәрҙек. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә клубҡа ремонт яһалды. Түбәһе урыны-урыны менән алыштырылды, сәхнә, яңы ишектәр ҡуйылды, гардероб бүлмәһе төҙөлдө. Йәштәр булмаһа ла, ауыл халҡына мәҙәни усаҡ кәрәк,-ти Урыҫбай ауылы мәҙәни ойоштороусыһы Раил Абдуллин.
Яңыртылған клуб, әлбиттә, аҡъюлдар өсөн ҙур шатлыҡ. Мәҙәниәт усағында төрлө саралар уҙғарыла, ауылдаштар бер-береһе менән күрешеп аралаша, байрамдарҙа күңел аса.
Фидәлиә Урыҫбаева бишенсе йыл һаулыҡ һағында. Урыҫбай ауылы халҡына ул медицина ярҙамы күрһәтә. Тәүҙә фельдшер –акушерлыҡ пункты булмағанға күрә, Фидәлиәгә уколды биш йыл ауылдың йортона барып эшләргә тура килә. Ауыл халҡы уны үҙ итеп, яратып ҡабул иткән. Эш шарттары өсөн бигүк уңайлыҡтар юҡ. Ремонт талап ителә, прививка яһау һәм процедуралар өсөн кабинет уртаҡ. Урыҫбай ауылында бөгөн етмешкә яҡын кеше йәшәй, күберәк хаҡлы йәштәге кешеләр.
-Бындай бүлмә бүлгән өсөн ауыл биләмәһенә рәхмәт. Ауыл халҡы ике йыл ҡыуанып йөрөй, йылы. Әлбиттә, бөтәһе лә ҡапыл ғына булмай, ремонт кәрәк, айырым инер өсөн ишек эшләп бирәбеҙ тинеләр. Пациенттар гипертоник ауырыуҙар менән күберәк мөрәжәғәт итәләр. Фельдшер-акушерлыҡ пункты кәрәк, сөнки район үҙәге алыҫ, ололарға юлда йөрөүе ҡыйын. Ҡышҡыһын ҡайһы ваҡыт юлда булмаған ваҡыттар ҙа булды,-тине Урыҫбай фельдшеры Фидәлиә Урыҫбаева.
Ауылда кеше аҙ тиһәләр ҙә, иртә менән медпункт дауаланыусылар менән тулы.