Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2020, 12:11

Яратҡан эш-ярты бәхет

.

Прокуратура – һәр кеше мөрәжәғәт итә алырлыҡ дәүләт органы. Чиновниктарҙың закон боҙоуҙары һәм коррупция, эш хаҡы түләмәү, бала хоҡуҡтарын боҙоу кеүек насар күренештәргә ҡаршы көрәш – улар иғтибарынан ситтә ҡалмаусы мәсьәләләр.
Беҙҙең районда ла прокуратура әүҙем эшләй. Коллективта үҙ эшенә намыҫлы ҡараған, яуаплы хеҙмәткәрҙәр бар ҙа алдыбыҙҙа торған бурыстар уңышлы хәл ителә. Районда был өлкә хеҙмәткәрҙәре закондар үтәлеше һағында тороп, вазифаларын намыҫ менән башҡарып, тормошобоҙҙа мөһим урын биләй. Хеҙмәт хаҡтарын ваҡытында түләү, кесе һәм урта бизнес мәнфәғәттәрен, кредит алып, түләй алмау буйынса, енәйәтселек, коррупцияға ҡаршы көрәш даими иғтибар үҙәгендә.
Прокуратура өлкәһендә 20 йылдан ашыу эшләгән Әлфиә Әбделмән ҡыҙы менән осрашырға барғанда, өҫтәл тулы ҡағыҙға күмелеп ултырған ваҡытына тап килдек. Ҡағыҙ мәшәҡәттәре, отчеттар, һәр ҡарар өсөн яуап биреү һәм башҡалар был эштә физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да ныҡ кешеләр генә эшләй алыуын дәллиләй.
Әлфиә Әбделмән ҡыҙы Әбеш мәктәбен тамамлаған, Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтерия һөнәрен үҙләштерә. Районға ҡайтып, үҙе һөнәре буйынса әҙерләүҙәр контораһында эшләй. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп коопператив техникумын тамамлай. Артабан Рәфҡәт Ғөбәйҙуллинға тормошҡа сыҡҡас, эш буйынса Йылайыр районына күсеп баралар. Унда 1997 йылда прокуратурала сәркәтип булып эшләй башлай. 2011 йылда кире Аҡъярға күсеп ҡайтҡас, прокуратурала эшен дауам итә. Түҙемлелеге, ныҡышмалығы, үҙ ҡарашын яҡлай һәм яңы белемде үҙләштерә белеүе уға оҙаҡ йылдар һөнәренә тоғро булырға ярҙам итә.
Хәҙерге ваҡытта ул беренсе разрядлы өлкән белгес вазифаһында уңышлы эшләй. Һәр эшен урын-еренә еткереп, өлгөлө эшләгән Әлфиә Ғөбәйҙуллина Почет грамоталар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
-Бухгалтер, сәркәтип, эштәр башҡарыусы вазифаһын алып барам. Прокуратураға килгән документтар минең ҡулдан үтә. Ғөмүмән, документ әйләнешен контролдә тотам. Һәр бер эштең үҙ ауырлығы була, шуға күрә бик иғтибарлы булыу кәрәк. Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр етди өйрәнелеп, тейешле органдарға ебәрелә.
Кеше прокурорҙан ҡурҡырға тейеш түгел. Кешеләр ниндәй һорау менән килһә лә, бөтәһен дә иғтибар менән тыңлайбыҙ. Был эштә эшләүемә бер ҙә үкенмәйем. Эшем оҡшай, коллектив татыу.
Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре уңайынан иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, сабырлыҡ, сәләмәтлек теләйем. Бөтөн прокуратурала эшләгән кешеләрҙе, беҙҙең ветерандарҙы ҡотлайым. Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап, бергә шулай матур итеп эшләргә яҙһын,-ти Әлфиә Ғөбәйҙуллина.
2019 йылда район прокуратураһы тарафынан 312 закон боҙоу осрағы асыҡлаған, 224 эш ҡаралған, 245 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Шулай уҡ 85 кешегә административ, 175-нә прокурор күрһәтмәһе сығарылған, 131-енәйәт эше ҡаралған.
Читайте нас: