Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2020, 13:58

Районда “Һәләтле балаларҙы үҫтереү” йүнәлешенә ҙур әһәмиәт бирелә

#национальныепроекты Образование #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2017-2021 йылдарға мәғарифты үҫтереү буйынса муниципаль программала “Һәләтле балаларҙы үҫтереү” йүнәлешенә ҙур әһәмиәт бирелә.
Унда һәләтле балалар һәм уларҙың уҡытыусылары өсөн төрлө дәртләндереү формалары ҡаралған. 2012 йылдан муниципаль район хакимиәте ҡарарына ярашлы, уҡыусыларҙың шәхси ҡаҙаныштарын балл системаһы буйынса баһалау ҡаралған. “Йыл уҡыусыһы” район сараһында иң яҡшы уҡыусыларҙы наградлау традицияһы уңышлы эшләй. Былтыр билдәләнгән критерийҙар нигеҙендә балдар һаны буйынса 142 уҡыусы билдәләнде. Улар араһында робототехника буйынса республика бәйгеһе еңеүселәре Илнур Байғотлин, Илнар Сәмиғуллин, Таһир Хәмитовтар бар.
Балаларҙың уңыштар баҫҡысы буйынса район хакимиәте стипендияһына –5, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте премияһына—5, педагогия фәндәре докторы В.И.Баймырҙинаның исемле премияһына 5 кандидат билдәләнгән. Ауыл хужалығы бүлеге лә үҙ премияларын билдәләй. Республика олимпиадалары, конкурстары, ярыштар призерҙарына муниципаль бюджет иҫәбенә Бөтә Рәсәй үҙәктәре һәм лагерҙарына юлланмалар биреү ҙә традицияға әүерелде. Шуныһы ҡыуанслы, һәләтле һәм маҡсатлы балалар һаны районда йылдан-йыл арта бара.
Читайте нас: