Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ғинуар 2020, 00:03

Район хакимиәте башлығы ауыл биләмәләре халҡы менән осраша

Бындай осрашыуҙар ғинуар-февраль айҙарында барлыҡ ауыл биләмәләрендә үтәсәк.

Бөгөн муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Татыр-Үҙәк ауыл биләмәһе ауылдарына эш сәфәре менән сығып, ошо биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы менән осрашты һәм күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште. Зал тултырып ултырған халыҡтың район башлығы менән уртаҡлашыр мәсьәләләре лә, һорауҙары ла, әйтер һүҙҙәре лә күп йыйылғайны. Бында күп проблемалар күтәрелде, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды, ҡайһылары киләсәктә хәл ителер өсөн айырым контролгә алынды.
Район етәксеһе менән берлектә граждандар менән осрашыуҙа муниципаль район хакимиәтенең структура подразделениеһы һәм төрлө учреждение-ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.
Рөстәм Динислам улы халыҡты районда эштәр торошо менән таныштырҙы, киләсәк пландар менән уртаҡлашты. Ә халыҡ, үҙ сиратында, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, ағымдағы проблемалар тураһында һөйләне.
Рөстәм Шәрипов ошондай әһәмиәтле осрашыуҙар үткәреүгә етди ҡарай һәм кешеләр менән күҙгә- күҙ ҡарашып һөйләшеүҙе һөҙөмтәле тип иҫәпләй.Ысынлап та, район етәксеһенә һорауҙар күп булды. Мәҫәлән, Яковлевка ауылында йәшәүселәр ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү, балаларҙы база мәктәбенә йөрөтөү, йорттарҙы төҙөкләндереү, быуаны терегеҙеү, янғын гидрантын урынлаштырыу, юлдарҙы ремонтлау кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Ошо уҡ осрашыуҙа бында ауыл старостаһын һайланылар.
Переволочандар юлдарға ҡырсынташ һалыу, көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар урынлаштырыу, ҡоҙоҡто таҙартыуҙа ярҙам һораны.
Байғусҡар ауылында йәшәүселәр юлдарҙы рәткә һалыу, фельдшер-акушер пунктын һәм клубты ремонтлау, ауыл хужалығы продукцияларын һатыу өсөн Аҡъяр ауылындағы баҙарҙы төҙөкләндереү тураһында һорау күтәрҙе. Шулай уҡ халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, физкультура күнекмәләре өсөн буш торған мәктәп бинаһындағы спортзалды файҙаланыу буйынса һүҙ ҡуҙғатылды.
Татыр-Үҙәктә ФАП, китапхана, ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан бинаны ремонтлау, М.Кәрим урамына газ үткәреү һәм тротуарҙарҙы төҙөкләндереү проблемаһы күтәрелде. Бында урындағы мәҙәниәт усағына ла ремонт талап ителә. Халыҡты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙың яңы системаһына күсеү менән бәйле һорауҙар, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, балалар баҡсаһын төҙөкләндереү һәм ремонтлау кеүек проблемалар борсой.
Осрашыуҙар һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы тарафынан проблемаларҙы хәл итеү өсөн күрһәтмәләр бирелде. Бындай осрашыуҙар ғинуар-февраль айҙарында барлыҡ ауыл биләмәләрендә үтәсәк.
Муниципаль район хакимиәте сайты мәғлүмәтен файҙаланып, М.Ғәлиева әҙерләне.
Читайте нас: