Районда оҙон ғүмерле ололарҙы, ветерандарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен юбилейҙары менән тәбрикләү матур традицияға әүерелгән. Яңыраҡ Анастасия Мартемьяновна ла күркәм тормош байрамы айҡанлы, ихлас тәбрикләү һүҙҙәрен ҡабул итте. Уны яҡындары, туғандары, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина ҡотланы.