Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Декабрь 2019, 01:20

Район ветерандар советы һәм инвалидтар ойошмаһы үҙ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡатнашты

Район ветерандар советы һәм инвалидтар ойошмаһы ултырышында быйылғы йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Эшлекле шарттарҙа ойошторолған осрашыуға ветерандарҙың беренсел ойошмалары рәйестәре, ауыл биләмәләре инвалидтары ҡатнашты.
Район ветерандар советы рәйесе Роза Аллағолова быйылғы йылда йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, 2020 йылға пландар менән уртаҡлашты. Роза Рәхимйән ҡыҙы ветерандар, хаҡлы ялдағылар менән үткәрелгән социаль, мәҙәни-масса саралар тураһында һөйләне. Йәмәғәт ойошмалары урындағы үҙидаралыҡ органдары, "Ағнинәйҙәр" клубы, район мәғариф, мәҙәниәт, спорт учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Гөлсирә Хәкимова инвалидтарҙың район ойошмаһы эше буйынса тулы мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ ветеран һәм инвалидтар беренсел ойошмалары рәйестәре лә урында эштәрҙе ойоштороу тураһында бәйән итте, пландары менән уртаҡлашты.
Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов та ҡатнашты.Ул әүҙем йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.
Читайте нас: