Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2019, 09:11

ЗАГС-та тормошобоҙ йылъяҙмаһы яҙыла

Заһира Биккинина халыҡтан иң йыш яңғыраған һорауҙарға яуап бирҙе

Сабый донъяға килһә, ул урындағы ЗАГС бүлегендә тыуыу тураһында таныҡлыҡ алынғас ҡына, илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы гражданы тип таныла. Никах урыҫтар әйтмешләй, "күктәрҙә яралһа ла", теркәү актынан һуң ғына рәсмиләштерелә. Ғөмүмән, бер генә кеше лә ошо учреждениены ситләтеп үтә алмай. Шуға күрә бында белгестәргә төрлө яҡлы һорауҙар ҙа күп була.
Һөнәри байрамдары алдынан Хәйбулла районы ЗАГС бүлеге начальнигы Заһира Биккининаға халыҡтан ниндәй һорауҙар иң күп яңғырауы һәм уларға рәсми яуап биреүен һорап мөрәжәғәт иттек.
ЗАГС бүлегендә яңы тыуған баланың өләсәһе тыуыу тураһында документтар эшләтә аламы? Бының өсөн нимә кәрәк?
--143-сө "Гражданлыҡ хәле акттары тураһында"ғы федераль закондың 16-сы статьяһына ярашлы рәүештә, ата-әсә ЗАГС бүлегенә баланың тыуыуын теркәргә килә алмаһа, уларҙың туғандары йәиһә икенсе кеше уны яҙма рәүештә бирелгән ышаныс ҡағыҙы (доверенность) буйынса эшләй ала. Тик алдан беҙҙең бүлеккә килеп, ышаныс ҡағыҙының өлгәһән алырға кәрәк.
Бының өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
--тыуыу тураһындағы медицина таныҡлығы;
-ата-әсәнең шәхесен иҫбатлаусы документ (паспорт);
--никахҡа инеү тураһындағы документ;
--өләсәһе йәки ышаныс ҡағыҙы буйынса килеүсенең документтары.
Әйтергә кәрәк, водитель таныҡлығы кешенең шәхесен иҫбатлаусы документ булып һаналмай.
Беҙ икебеҙ ҙә йәшәү урыны буйынса икенсе төбәктә теркәлгәнбеҙ, әммә Хәйбулла районында йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Һеҙҙең ЗАГС бүлегендә никахҡа тора алабыҙмы?
--Эйе, ошо уҡ федераль закондың 25-се статьяһы нигеҙендә никахлашыусыларҙың ғаризаһы буйынса никахты Рәсәй Федерацияһының теләгән бер ЗАГС бүлегендә теркәргә мөмкин.
Беҙ никахлашырға уйлайбыҙ. Уртаҡ фамилия итеп ҡатындың фамилияһын алырға буламы?
--Ир менән ҡатын никахҡа ингәндә һәр береһе үҙенең фамилияһын ҡалдыра йә береһенең фамилияһын уртаҡ фамилия итеп ала ала.
Никахҡа ингәндә икеләтелгән фамилия, йәғни ҡатын кеше ҡыҙ фамилияһын да иренекен дә берсән йөрөтә аламы?
--Әлбиттә, шулай уҡ ир менән ҡатындың фамилиялары икеләтелеп, бер-береһенең фамилияһын дефис аша яҙып, уртаҡ фамилия итеп күрһәтә ала. Был турала никахҡа инер алдынан бирелгән ғаризала күрһәтергә кәрәк. Был осраҡта ир кешелә икеләтелгән фамилия алырға тейеш була.
Балабыҙға 17 йәш. Үҙ-ара ризалыҡ һәм килешеү буйынса айырылышыу тураһындағы ғаризаны ЗАГС бүлегенә бирә алабыҙмы?
--Юҡ, "Гражданлыҡ хәле акттары тураһында"ғы федераль закондың 33-сө статьяһына ярашлы, үҙ-ара килешеү буйынса бындай ғаризаны 18 йәшкә тиклемге балалары булмаған ғаилә парҙары ғына яҙа ала.
Мин икенсе өлкәлә тыуғанмын. Тыуыу тураһындағы таныҡлығымды юғалттым. Уны һеҙҙең ЗАГС бүлегендә ҡабаттан алырға мөмкинме?
--Әлегә юҡ. Бөтә ЗАГС бүлектәре лә 2021 йылға тиклем китаптарҙа һаҡланған акт яҙыуҙарын электрон формаға күсереп, дәүләт гражданлыҡ хәле акттары реестрына индерергә тейеш. Ошо реестрҙа һеҙҙең тыуыу тураһындағы яҙыуығыҙ булһа, 2021 йылдан башлап башҡа төбәк, райондарҙың ЗАГС бүлегендә һаҡланған акттары буйынса, Рәсәй Федерацияһының ниндәй генә ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә, ҡабатлап бирелгән документ алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Үҙемдең исем-фамилиямды алмаштырырға теләйем. Бының өсөн нимә эшләргә?
--14 йәштән өлкән балиғ булмаған бала өсөн ата-әсәһенең яҙма рәүештә ЗАГС бүлегендә йәки нотариус расҫлаған ғаризаһы кәрәк. 14 йәше тулған үҫмер паспорт алғас, ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итә ала.
Тыуыу утаһында таныҡлыҡ, ата-әсәнең ризалығы, шәхес раҫлаусы документ кәрәк һәм, әлбиттә, 1600 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләнергә тейеш. Һәр бер бирелгән документ өсөн 350-шәр һум дәүләт пошлинаһы түләнә.
Киләһе йылдың июль айына никахҡа инеү тураһында ғариза яҙырға буламы?
-Эйе, хәҙер ундай ғаризаны 1 йылға тиклем сроккка бирә алаһығыҙ. Иң уңайлы ысул: дәүләт порталы. Дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама менән, ЗАГС бүлегенә килмәйенсә, дәүләт порталы аша ғариза бирергә була.
Мәрйәм Иманғолова
Читайте нас: