Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2019, 13:50

Пандустар билдәләнгән талаптарға яуап бирмәй

/

Инвалидтар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу һәр ҙур тораҡ пунктында иң мөһим бурыстарҙың береһенә әйләнде. Һис шикһеҙ, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар сәләмәт кешеләр менән тиң рәүештә мәҙәниәт уңайлыҡтары менән файҙалана, төрлө дәүләт учреждениеларына бара алырға тейеш.
Ошо маҡсатта район территорияһында инвалидтар һәм башҡа хәрәкәттәре сикләнгән граждандар өсөн объекттар һәм социаль инфраструктура хеҙмәтенең ҡаршылыҡһыҙ булыуын тикшереү буйынса эшсе төркөм Бүребай ауылындағы социаль әһәмиәттәге объекттарға рейд үткәрҙе. Эшсе төркөм халыҡ күп йөрөгән мәктәп, мәҙәниәт йорто, табип амбулаторияһы, сәнғәт мәктәбе, ауыл хакимиәте һәм күп функциялы үҙәк, дәүләт дарыуханаһы биналарында инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән пандустарҙы тикшерҙе. Әйтергә кәрәк, учреждениеларға пандустар ҡуйыу — инвалидтарҙың күп һанлы проблемаларын хәл итеүҙә тәүге аҙым. Тикшереү барышында күренеүенсә, Бүребайҙа социаль әһәмиәттәге объекттарҙа пандустарҙың дәүләт стандарттарына яуап бирмәүе һәм талаптарға ярашлы эшләнмәүе асыҡланды. Мәҫәлән, мәктәптең пандусы тайғаҡ, яндауыры бер яҡта ғына булыуы, саҡырыу төймәһе булмауы асыҡланды. Шулай уҡ Бүребай ауыл хакимиәте һәм күп функциялы үҙәк бинаһындағы ла талаптарға яуап бирмәй. Мәҙәниәт йортонда иһә бөтөнләй пандус юҡ. Бында инвалидтарға һәм хәрәкәттәре сикләнгән граждандарға ҡаршылыҡһыҙ йөрөүгә шарттар булдырылмаған. Эшсе төркөм ағзалары тарафынан учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәренә иҫкәрмәләр яһалды һәм тәҡдимдәр еткерелде.
-Бындай рейдтарҙы квартал һайын үткәрәбеҙ. Районда торлаҡ һәм торлаҡ булмаған фонд объекттарын махсус ҡулайламалар менән йыһазландырыу буйынса эш алып барыла. Әммә ҡайһы бер ойошмалар быға битараф ҡарай. Ундайҙарға иҫкәрмә яһайбыҙ. Ҡайһы берҙәренә бер тапҡыр әйтһәң, был йүнәлештә эшләй башлайҙар. Икенселәрҙе күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Бер нисә йыл рәттән рейдтар үткәрә торғас, ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алмағанда, район үҙәгендә инвалидтар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырҙыҡ тиһәң дә була.
Бүребайға рейд менән тәүгә килдек һәм бында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡуйылған пандустарҙың билдәләнгән талаптарға яуап бирмәүе һәм күҙ буяу өсөн генә эшләнеүенә инандыҡ. Бындай пандустарҙан коляскала ултырған инвалидтар нисек итеп, теге йәки был учреждениеға, ойошмаға инә алырға тейеш. Ошондай рейдты Өфө, Сиҙәм ауылдарында ла үткәрәсәкбеҙ, - тине район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Гөлсирә Хәкимова.
- Рейдтың маҡсаты – бер генә булһа ла етәксенең беҙҙең иҫкәрмәне ишетеүе һәм был юҫыҡта әҙ генә булһа ла хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеүе. Саҡырыу төймәһен һатып алып ҡуйып, уға яуаплы кеше билдәләһә лә ыңғай яҡҡа үҙгәреш буласаҡ. Был күп сығым талап итмәй, - тинеләр башҡа эшсе төркөм ағзалары.
Эйе, инвалидтарға ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу мәсьәләләре буйынса башҡараһы эштәр күп әле. Был категория граждандарына шарттар тыуҙырыу мөһимлеген социаль объекттар етәкселәре аңлар һәм хаталарын төҙәтер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Читайте нас: