Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2019, 12:40

“FLORA” сәскәләр магазинына рәхим итегеҙ

/

“FLORA” сәскәләр магазинына рәхим итегеҙ

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ, уны бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта.
Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, гөлләмәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тиҙәр. Ысынлап та, сәскә бәйләмен бүләк итһәләр, күңелдәребеҙ күтәрелеп, күҙҙәребеҙ шатлыҡтан янып китә түгелме?
Бына инде ете йыл Аҡъяр ауылында “FLORA” сәскә кибете эшләй. Атингән һылыуы, флорист Розалия Боҫҡонова күп йылдар эсендә бик күп даими клиенттар яулауға ирешкән дә инде. Флорист булыу өсөн тырышлыҡ менән бер рәттән, тәбиғәттән килгән зауыҡ һәм матурлыҡты тоя белеү һәләте лә кәрәк.
Розалия тәүҙә Мәләүез ҡалаһында өс йыл сәскәләр салонында эшләй. Үҙенең һөнәре финансист булһа ла, тормошон сәскәләр менән бәйләүҙе яҡын күрә. Кейәүгә сыҡас, Аҡъярға ҡайталар. Розалияның бер туған апаһы Ләйсән район үҙәгендә беренсе тапҡыр сәскәләр магазины асып ебәрә. Ул ваҡытта Аҡъярҙа тере сәскәләр һатылған урын булмай. Тәжрибәһе булған флорист Розалия апаһы менән бергә эшләй башлай. Ә бөгөнгө көндә биш йылға яҡын был магазинды үҙе уңышлы етәкләй.
Уның клиенттары – матурлыҡты күрә белеүсе кешеләр. Улар үҙҙәренең гөлләмәләре менән яҡындарын ҡыуандырырға ғына түгел, ә һоҡландырырға ла тырыша. Розалия – сәскә өлкәһендәге моданың һуңғы ҡанундары буйынса үҙенсәлекле һәм билдәле бер стилдә йыйылған гөлләмәләр оҫтаһы. Шулай уҡ ул креатив кеше һәм үҙенең эшен ниндәйҙер яңылыҡ индереп башҡарырға тырыша. Мәҫәлән, ғәҙәти булмаған төҫтәр йыйылмаһын һәм үҙенсәлекле каркас ҡуллана.
– Үҙ эшеңдә һәр ваҡыт үҫеш юлында булыу һәм заман менән бергә атлау мөһим. Бының өсөн мин күп уҡыйым, шул иҫәптән төрлө курстарға йөрөйөм. Һәр тантанала гөлләмәнән дә яҡшыраҡ бүләк юҡтыр, тип иҫәпләйем. Шуға күрә эштәремде хайран итерлек итеп башҡарырға тырышам. Гөлләмә бүләк итер алдынан нисә сәскәнән торғанлығына ла иғтибар итергә кәрәк. Ғәҙәттә, таҡ һандарҙан торған букеттар эшләнә,-ти Розалия
Кибеттә сәскәләрҙең киң ассортименты, шулай уҡ түбән хаҡтар тәҡдим ителә. Сәскәләр һәр ваҡыт яңы өҙөлгән кеүек булһын өсөн, тауар һыналған һәм ышаныслы подрядсыларҙан күп булмаған партия менән һатып алына. Бигерәк тә төрлө төҫтәге раузаларҙың һәм хризантемаларҙың ассортименты киң. Даими клиенттарға һәм ҙур гөлләмә (мәҫәлән, 20 һәм унан күберәк раузалар) һатып алырға теләүселәргә ташламалар ҡаралған.
Гөлләмәләр йыйыу оҫтаһы урынға сығып теркәү урындарын, туй, юбилейҙар һәм башҡа тантаналар өсөн тәғәйенләнгән залдарҙы биҙәү, шулай уҡ кәләш гөлләмәһе, кейәү өсөн бутоньерка йыйыу, бүләкте матур итеп төрөү, гөлләмәне урынына алып барып биреү кеүек өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтә. Кибеттә шулай уҡ туй, тыуған көндәр, юбилейҙар һәм башҡа байрамдар өсөн тауарҙар һатып алырға мөмкин.
-Элегерәк һайлау мөмкинлеге булмағанда роза, хризантема иң популяр сәскәләр ине. Хәҙер иһә уларҙың ниндәй генә сорттағылары, ниндәй генә төҫтәгеләре юҡ. Һайлау мөмкинлеге лә ҙур, сит илдәрҙән беҙгә күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр килә. Сәскә һирәк сорттан икән, төҫө лә айырылып торһа, хаҡы ла үҙгәрә. Розалар ҙа күп төрлө. Мәҫәлән, аҡһыл ҡыҙылы- тиҙ һулымай, оҙаҡ һаҡлана. Хәҙер гөлләмәнең хаҡы беренсе урында тормай, һатып алыусылар үҙенсәлекле, оҙаҡ һаҡлана торғандарын һорай.
Сәскәләр хаҡының артыуы беҙҙән тормай. Ул валюта курсына бәйле, сөнки улар беҙгә сит илдән килә. Ә мин Силәбенән заказ эшләйем. Улар, үҙ сиратында, тағы ла хаҡ өҫтәй.
“Халыҡ ниндәй төҫтәге сәскәләрҙе күберәк һайлай?”-тигән һорауыма, Розалия:
-Флористарҙың һәм башҡа шуға бәйле һөнәр эйәләренең төҫтәргә ҡарата стереотибы юҡ. Районда күберәк ҡыҙыл төҫкә иғтибар бирәләр,-тип яуап бирҙе.Ысынлап та, мәҫәлән, халыҡта ҡәнәфер сәскәһен ҡәбергә генә ҡуялар тигән фекер йәшәй, ә флористар, үҙ сиратында, уны менән хатта туй букетын да биҙәй. Профессионалдар колористка һәм сәскә теленә өҫтөнлөк бирә.
-Сәскә гөлләмәһен йыйғанда, әлбиттә, төҫтәре буйынса ниндәйҙер эмоция тыуҙырырға тырышам. Тыныс төҫтәрҙе яратыусылар ҙа күп. Гөлләмәлә яҡты, ҡыҙыл, һары, шәмәхә төҫтәр булһа, күтәренке кәйеф бирә.
Һәр бер миҙгелдең үҙ сәскәһе. Мәҫәлән, яҙҙың иң популяр сәскәһе-ләлә. Ул сезонға ла бәйле бит. Шулай уҡ 8 март уңайынанрозаны ла күп алалар.
Халыҡ әҙер гөлләмәне алырға тырышмай. Күбеһенсә үҙҙәре һайлаған сәскәләрҙән гөлләмә эшләп бирәм. Шулай уҡ сәскәләрҙән тыш, төрлө үләндәр ҡыҫтырыу бәйләмде тәбиғи стилгә, модаға яҡынайта. Гөлләмә йыйғанда уны әйләндереп ҡарарға тейешбеҙ. Ул бөтөн яҡтан да матур булырға тейеш, тине:
“Иң оҙаҡ һаҡлана торған сәскәләр булып, лилиә өс аҙна, хризантема бер ай, альстромерия-ике аҙна, ҡәнәфер сәскәһе-1 айға яҡын тора. Ләлә сәскәһе шулай уҡ оҙон ғүмерле. Әммә бының өсөн ул тейешле температурала һаҡланырға тейеш. +2 градустан юғарыраҡ температурала асылып бөтә һәм таждарын ҡоя башлай. Әгәр бүләк ителәһе сәскәләр шиңә башлай икән, гөлләмәне тығыҙ ҡағыҙға төрөп, һалҡын һыуға һалығыҙ. Һауытты ҡара туҡыма менән ҡаплап, 3-4 сәғәт тотоғоҙ. Сит илдән алып ҡайтҡанда, сәскәләрҙе шундай тығыҙ ҡағыҙға төрәләр. Улар ул ваҡытта әле бөрөлә генә була”,-ти тәжрибәле флорист.
“FLORA” сәскә кибете Аҡъяр ауылы, Батанов урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем, шәмбе 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем, йәкшәмбе – ял. Килешеү буйынса күрһәтелгән ваҡыттан тыш эшләү мөмкинлеге ҡаралған.
Гүзәл Бохарбаева.
Читайте нас: