Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2019, 11:40

Миҙаллы әсәйҙәребеҙ артты

Райондан һигеҙ бәхетле әсәй Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровтың ҡулынан юғары награда – “Әсәлек даны” миҙалы алып һөйөндө. Йоҡоһоҙ төндәр, балам тип йөрәк аша үткәрелгән шатлыҡ-көйөнөстәр – һәммәһе лә һыйған был миҙалға. Уларҙың барыһы ла береһенән-береһе матур, йәш, ғаилә именлеге һәм балалары өсөн өҙөлөп торған ҡатындар. Бәхетле әсәләргә миҙалдан тыш, 15 мең һум аҡсалата бүләк тә бирелгән. Уларҙы был тулҡынландырғыс сараға район үҙәгендә урынлашҡан республика Көньяҡ район-ара “Ғаилә” үҙәге белгестәре оҙата барҙы. Был тантаналы осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ине.

Тәслимә Хәмиҙуллина Аҡъяр ауылынан. Балаларының иң бәләкәйенә 4 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Үҙе 1-се Аҡъяр мәктәбендә, иптәше Сорғот ҡалаһында эшләй. Бөгөнгө көндә үҙ йорттарын төҙөйҙәр.
Шулай уҡ Рәмзилә Љәйепова ла Аҡъярҙан. “Беҙҙең йорт” магазинында, мәктәптә лә эшләп өлгөрә. Иптәше Ханты-Мансийск округында. Єсәлек капитал ы аҡсаһына күркәм йорт һалып ингәндәр.
Эльвира Евтеева Татыр-Үҙәк ауылынан. Йорт хужабикәһе. Иптәше Ырымбур өлкәһендә вахта ысулы менән эшләй. Татыр-Үҙәктә 3 бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр.
Нәзилә Игебаева менән Альбина Ҡоҙашева Степной ауылынан. Икеһенең дә ғаиләһендә бишәр бала үҫә. Улар урындағы “Айгөл” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Аҡъяр ауылынан Гөлсинә Љадаеваның ғаиләһендә 5 ҡыҙ тәрбиәләнә. Үҙе икмәк бешереү цехында, иптәше Север тарафтарында вахта ысулы менән эшләй.
Анжела Семенова ла Аҡъярҙан. Иптәше һәм биш балалары менән бейемендә йәшәй. Єлеге мәлдә өйҙә. Балаларының өлкәненә 12, бәләкәйенә 3 йәш.
Гөлнара Баракова 1-се Мырҙа ауылынан. Иптәше менән күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар. Баҡса үҫтерәләр.
–Беҙҙең өсөн балаларҙың күп булыуы–үҙе бер шатлыҡ, олораҡтары бәләкәстәренә ярҙам итә. Уларҙың киләсәктә эшһөйәр булып үҫеүҙәрен һәм үҙ маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ. Әсә булыу-һәр ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы тәғәйенләнеше ул,–тинеләр шатланышып әсәйҙәр.
Читайте нас: