Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2019, 12:30

Ярты быуат бергә.

Беҙҙең атайыбыҙ Хәлил Мәмбәтов йәмле май айында, ҡартатайым һуғышҡа киткәс, егерме көндән һуң Сәғит ауылында донъяға килгән. Ҡартатайым: “Әгәр малай тыуһа, Хәлил тип исем бирегеҙ”, - тип әйтеп киткән. Ул һуғыш бөткәс, 1945 йылда иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

Беҙҙең атайыбыҙ Хәлил Мәмбәтов йәмле май айында, ҡартатайым һуғышҡа киткәс, егерме көндән һуң Сәғит ауылында донъяға килгән. Ҡартатайым: “Әгәр малай тыуһа, Хәлил тип исем бирегеҙ”, - тип әйтеп киткән. Ул һуғыш бөткәс, 1945 йылда иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Ҡәҙерле атайыбыҙ һуғыш осоро ваҡытында бик иртә сынығып үҫкән. 7-се класты тамамлағас, башмаҡтар бағырға эшкә сыға. Унан һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, шофер-тракторист һөнәренә эйә була. Бензовозда, һөт ташый. Аҙаҡ “Беларусь” тракторына ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда йөрөй. Уның эшләмәгән эше ҡалмағандыр. Совхозда бер үҙе кукуруз сәсеп, утап ҡуя. Бесән ваҡытында бесән сабып, кәбән ҡойоп, өйә ине. Бер ваҡытта ла оҙаҡ йоҡлап ятманы, таң һыҙылыу менән тороп эш эшләне.
Әсәйебеҙ Ырымбур өлкәһе Гай районы Ишкенә ауылында Лотфулла һәм Фәтхиә Ҡадырбаевтарҙың ишле ғаиләһендә 9-сы бала булып тыуа. Уға Роза тип исем ҡушалар. Үҙҙәрендә 8-се класты тамамлағас, 9-сы класты Аҡъяр мәктәбенең урыҫ класында дауам итә. Мәктәптән һуң ауылға һауынсы булып эшкә килә. Йәш ҡыҙҙы Сәғит ауылынан атайымдар һората килә. Һәм 1969 йылдың февраль айында селләлә бер аҙна ҡыҙ, бер аҙна егет яғында туй үткәреп, ҡыҙҙы оҙатып алалар.
Быйыл Хәлил Ильяс улы менән Роза Лотфулла ҡыҙының бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тулды. Улар биш балаға ғүмер бүләк итеп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. 12 ейән-ейәнсәре, 7 бүлә-бүләсәре бар.
Атайыбыҙ 80 йәшкә етеп барһа ла, әле лә тракторҙа йөрөй. Йәштәрҙе уҙҙырып бесәнен дә саба, баҡсаһын да үҫтерәләр, күп итеп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар. Әсәйебеҙ әле лә ҡомалаҡтан мейестә күпертеп икмәк һала. Беҙҙе тәмле бәлеш-ҡоймаҡтары менән һыйлай. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Күлдәген дә тегә, сигә, бәйләй, түшелдеректәр эшләй. Өҫтәленән бер ваҡытта ла май-ҡорот, эремсек өҙәлмәй. Ул тоҙлаған, маринадлаған йәшелсәләре, емеш-еләктәрҙән ҡайнатмалары телеңде йоторлоҡ.
Атай-әсәйебеҙ фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡтылар, икеһе лә хеҙмәт ветераны. Атайыбыҙ биш намаҙҙы ҡалдырмай, икәүләп мәсеткә йөрөйҙәр, ураҙа тоталар. Ғөмүмән, һөйөклөләребеҙ балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тип, бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр. “Пенсиябыҙ етә, Аллаға шөкөр, лайыҡлы ғүмер кисерҙек, әле лә тормошобоҙға зарланмайбыҙ, пенсиябыҙ етә, киләсәктә лә шулай бергә имен-аман йәшәргә яҙһын”, - ти атайым һәм әсәйем.
Шулай уҡ быйыл Маҡан ауылында йәшәүсе атайымдың бер туған ҡустыһы Хәсән һәм еңгәйем Зәлифә алтын туйҙарын тәбрикләне.
Ҡәҙерлеләребеҙ шулай беҙҙе һөйөндөрөп, ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерһендәр.
Әҡлимә Рәхмәтова.
Аҡъяр ауылы.
Читайте нас: