Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2019, 11:50

Иртәгеһен бөгөн хәстәрлә

Пенсия фонды идаралығында Аҡъяр тау колледжы студенттарын өсөн матур традицияға әүерелгән “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде. Уларға хаҡлы ялға тиклем йыраҡ әле, тиергә була. Сөнки алда оҙон тормош юлы көтә. Ә бына лайыҡлы пенсия хаҡында алдан уҡ хәстәрләргә кәрәк. Бына шул маҡсатта үткәрелә лә инде студенттарға пенсия грамоталығы осрашыуҙары.

Пенсия фонды идаралығында Аҡъяр тау колледжы студенттарын өсөн матур традицияға әүерелгән “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде. Уларға хаҡлы ялға тиклем йыраҡ әле, тиергә була. Сөнки алда оҙон тормош юлы көтә. Ә бына лайыҡлы пенсия хаҡында алдан уҡ хәстәрләргә кәрәк. Бына шул маҡсатта үткәрелә лә инде студенттарға пенсия грамоталығы осрашыуҙары.
Пенсия фонды идаралығы начальнигы Мөхәмәт Рәхмәтуллин пенсия 16-18 йәшлек “пенсионерҙар”ы йылы ҡаршы алып, идаралыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
- “Асыҡ ишектәр” көнөндә һеҙҙең тормошоғоҙҙағы мөһим мәсьәлә – буласаҡ пенсияғыҙҙы туплау мәсьәләһе тураһында әңгәмә алып барабыҙ. Кемегеҙгәлер был көлкө булып тойолор, “Ҡайҙа ята әле ул пенсия?” – тигән һорау тыуыр. Ысынында, хәҙер бала донъяға килеү менән ата-әсәһе уны Пенсия фондында теркәп, йәшел төҫтәге кенәгә – СНИЛС – ала. Пенсия фонды кешене тыуғандан алып, вафатына тиклем оҙатып бара. Беҙгә йыш ҡына пенсияһы түбән булған кешеләр мөрәжәғәт итә. Уларға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ, әммә кешеләрҙең ваҡытында хеҙмәт килешеүен төҙөмәүе, документтарын теүәлләмәүе быға мөмкинлек бирмәй. Шуға күрә барыһын да ваҡытында башҡарырға кәрәк. Хеҙмәт стажығыҙ ни тиклем күберәк булған һайын, пенсияғыҙ ҙа юғарыраҡ буласаҡ. Тик быларҙың бөтәһен дә ваҡытында рәсмиләштерергә, тейешле документтарҙы әҙерләргә кәрәк. Шулай уҡ эш хаҡы “конвертта” түгел, ә закон буйынса түләнергә тейеш, - тине Мөхәмәт Рәфҡәт улы.
Шулай уҡ пенсия фонды белгестәре Ирина Гапоненко һәм Сәлиә Латыповалар СНИЛС-тың тәғәйенләнеше, буласаҡ пенсияң тураһында йәштән үк хәстәрлек күреү мөһимлеге тураһында һөйләнеләр. Пенсияның нисек формалашыуы һәм уның төрҙәре, уларҙың айырмалары хаҡында ентекле аңлаттылар. Эшләүсе граждандарҙың пенсияһы формалашыу тәртибе, пенсия күләменә йоғонто яһаусы факторҙар, шәхси иҫәптә күрһәтелгән мәғлүмәт һәм башҡа күп нәмәләр тураһында һөйләнеләр.
Йәмғиәттә, айырыуса йәштәрҙә буласаҡ пенсияны туплау мәсьәләһенә яуаплы ҡараш тәрбиәләү бик тә мөһим. Ошондай дәрестәр өсөн Пенсия фонды йыл һайын пенсия ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында “Все о будущей пенсии для учебы и жизни” тигән китап сығара. Дәреслек төп төшөнсәләргә һәм терминдарға аңлатма бирә. Осрашыуҙа был китап студенттарға бүләккә таратылды. Унда йәштәр Рәсәйҙәге пенсия системаһының ҡоролошо, буласаҡ пенсияны тәьмин итеү алымдары хаҡындағы һорауҙарға яуап таба аласаҡ. Ҡыҙыҡлы әңгәмәнән һуң, студенттар Рәсәй Пенсия Фонды тураһында роликтан да битараф ҡалманы.
Сара һуңынан идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре “Асыҡ ишектәр” көнөнә килгән студенттар өсөн бина буйлап экскурсия ойошторҙо. Егеттәр уның барышында пенсия фондында эштең нисек ойошторолоуы һәм ниндәй функциялар башҡарылыуы менән танышты. Йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала алды.
Эйе, һәр кем киләсәген үҙе билдәләй. Олоғайған көндәреңде лайыҡлы шарттарҙа үткәрергә, тейешле кимәлдә йәшәргә теләһәң, пенсияңды бөгөндән хәстәрләргә кәрәк икәнлеген онотма. “Асыҡ ишектәр” көнөндә студенттар ғына түгел, хатта үҙебеҙ ҙә фәһемле, ҡыҙыҡлы белем тупланыҡ. Бына ошондай мәсьәләләрҙе йәштәргә, юғары класс уҡыусыларына аңлатыу өсөн “Берҙәм пенсия грамоталығы” көнө үткәрелә лә инде.
Комментарий:
Сәлиә Латыпова, Пенсия фонды идаралығы начальнигының пенсия тәғәйенләү урынбаҫары:
- Пенсия фондында 1995 йылдан эшләйем. Практика күрһәтеүенсә, пенсияһы түбән булған бик күп кеше мөрәжәғәт итә. Кеше ғүмер буйы эшләгән, әммә олоғайған көнөн алдан ҡайғыртмаған, пенсияһы тураһында уйланмаған. Ҡайһылары бөтөнләй эшләмәгән, йәки әҙ түләнгән, хеҙмәт килешеүе төҙөмәй, төрлө ерҙә эш урынын алмаштырып йөрөгән. Ә беҙгә мөрәжәғәттәрҙең ҡайһыларын эш стажы тулмау, билдәле бер талаптарға яуап бирмәү сәбәпле кире ҡағырға тура килә.
Шуға ла йәш быуын хоҡуҡтары тураһында белһен һәм уларҙың пенсия тупланмаһын формалаштырыу өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелә.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас: