Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 12:40

"Күңелле старт"

Бөгөн, 16 ноябрь, Вәзәм мәҙәниәт йортонда "Мәҙәни ял" көнөндә Ғаиләләр менән "Күңелле старт" уйындары ойошторолдо.

Бөгөн, 16 ноябрь, Вәзәм мәҙәниәт йортонда "Мәҙәни ял" көнөндә Ғаиләләр менән "Күңелле старт" уйындары ойошторолдо. Унда 8 ғаилә- балалары менән әсәләре, өләсәйҙәре ял сәғәттәрен күңелле үткәрҙе. Гимнастика эшләп тәндәрҙе яҙғас ҡыҙыу уйындарға ла күстек. Төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Һыңар аяҡта йүгереү, "Поезд" булып йүгереү, туп этеп йүгереү, обруч өйрөлтөү, скакалкала һикереү, шулай уҡ музыкаль һәм интеллектуаль уйындарҙа үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Көн күңелле балаларҙың һәм әсәйҙәр көлөүенә күмелеп матур, ҡыҙыҡлы үтте. Яңы көнгә дәрт алып, бүләктәр, тәмле приздар, сәйҙәр эсеп таралыштыҡ. Көн һайын гимнастика эшләргә һүҙ бирештек, сөнки "Хәрәкәттә-бәрәкәт", "Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух", "Сәләмәт ғаилә- сәләмәт ил!"
Автор: Гөлназ Сурина, Вәзәм ауылы.
Читайте нас: