Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 12:10

Үҙ эшенә яуаплы ҡарай

95 йыл элек, 1923 йылдың 17 ноябрендә «Участковый инструкция»һы раҫлана, был СССР-ҙа участковыйҙар институтын булдырыуға нигеҙ һала. Оҙайлы һәм еңел булмаған йылдарҙа, участковыйҙар хеҙмәте бер нисә тапҡыр исемен, структураһын алмаштыра, әммә ул эске эштәр органдары системаһында һәр ваҡыт мөһим булып ҡала, сөнки уны эске эштәр бүлегенең «йөҙө» тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ. Сөнки тап участковыйҙар ауыл халҡы менән тығыҙ эш итә, һәм халыҡ проблемалы хәл-шарттарҙа, тәү сиратта, тап уларҙан ярҙам көтә.

95 йыл элек, 1923 йылдың 17 ноябрендә «Участковый инструкция»һы раҫлана, был СССР-ҙа участковыйҙар институтын булдырыуға нигеҙ һала. Оҙайлы һәм еңел булмаған йылдарҙа, участковыйҙар хеҙмәте бер нисә тапҡыр исемен, структураһын алмаштыра, әммә ул эске эштәр органдары системаһында һәр ваҡыт мөһим булып ҡала, сөнки уны эске эштәр бүлегенең «йөҙө» тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ. Сөнки тап участковыйҙар ауыл халҡы менән тығыҙ эш итә, һәм халыҡ проблемалы хәл-шарттарҙа, тәү сиратта, тап уларҙан ярҙам көтә.
Халыҡҡа яҡын булыу, үҙең яуаплы булған участканың нисек “йәшәүен” тойоу үҙенә күрә бер оҫталыҡ талап итә. Хәйбулла районы Эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйы Роберт Ғабдрахманов тап шундайҙарҙың береһе.
Роберт Мәхмүт улы Иҫәнгилде ауылы мәктәбендә 8 класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһында уҡый. Унан һуң әрме сафында ике йыл ир-егет бурысын үтәй. Белем алған мәктәбендә һигеҙ йыл физик тәрбиә биреү дәресенән уҡыта. 2001 йыл район Эске эштәр бүлегенә эшкә саҡырыла.
- Эшкә килгәндән алып участковый уполномоченный вазифаһын башҡарам. Халыҡҡа иң яҡын хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре булараҡ беҙ уларҙың тыныс тормошон тәьмин итеүгә бар көсөбөҙҙә һалабыҙ. Бөгөн минең учаскаға һигеҙ ауыл – Өфө, Яңы Петровка, Первомайск, Рафиҡ, Петропавловка, Смаҡ, 1-се Мырҙа, Әлибай ауылдары инә. Ете йыл тирәһе Сиҙәм һәм Өфө ауылдары биләмәләренә ингән 15 ауылды ҡараным. Артабан миңә йәш хеҙмәткәр беркетеп, уны ярты йыл бергә алып йөрөп, эшебеҙҙең айышына төшөрөп, уны Сиҙәм ауылы биләмәһенә ҡуйҙыҡ. Минең участкала элек бик күп социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр булды, хатта 15-кә етә торғайны. Хәҙер кеше аҡылландымы икән, ундай ғаиләләр күҙгә күренеп кәмене. Бөгөн участкала 5 шундай ғаилә, бер балиғ булмаған бала иҫәптә тора. Ул Аҡъяр тау колледжы студенты. Тәртибе яҡшы яҡҡа үҙгәрә, үҙ өҫтөндә эшләй. Беҙ саҡырыуҙар көтөп, кабинетта ғына ултырмайбыҙ. Һәр ваҡыт халыҡ араһындабыҙ, рейдтар, профилактик саралар үткәрәбеҙ.
Башлыса район халҡы беҙгә ғаиләлә үҙ-ара ҡаңғырыш, йорт проблемалары менән мөрәжәғәт итә. Араһында йәштәр ҙә, өлкән ғаиләләр ҙә бар. Минең территорияла ике ҙур предприятие – “Башҡорт баҡыры” һәм “Вишенский” ЯСЙ-лары урынлашҡан. Унда эшкә төрлө яҡтан кеше күп килә. Ярты йылға бер тапҡыр тирәһе етен наркотигы матдәһе менән эләгеүселәр тотолоп тора. Ауылдарҙа иһә элекке кеүек кешегә йоҡо бирмәй ғауға ҡуптарып йөрөгән йәштәр юҡ. Уларҙың күбеһе “Башҡорт баҡыры”нда эштә, йәиһә уҡыуҙа. Хатта хаҡлы ялдағы өлкәндәр араһында ла эшләүселәр бар.
Ғөмүмән әйткәндә, Хәйбулла районы Эске эштәр бүлегендә 10 участковый иҫәпләнә. Башлыса белемле йәштәр эшкә килә. Өлкән йәштәгеләрҙән Иршат Абдуллин һәм мин. Эшкә килгәндә полиция подполковнигы Рәйес Аманбаев эшебеҙҙең нескәлектәрен өйрәтте. Уның кәңәштәренән сығып, әле беҙ йәштәрҙе өйрәтәбеҙ, - тип һөйләне Роберт Мәхмүт улы.
“Участковый булыу, тимәк, һәр йәһәттән белемле булыу, кешеләр менән эш итә белеү, үҙеңдең административ участкала халыҡ араһында ихтирам яулау һәм хөрмәтле булыу ул. Ваҡыт үтеү менән участковый вазифаһында хеҙмәт итеү йәшәү рәүешенә әүерелә, ял һәм байрам көндәребеҙ юҡ, көндөң һәм төндөң ниндәй ҙә мәлендә участка халҡы беҙгә шылтыратып, һаҡлау һәм ярҙам һорауы мөмкин”, - тип һүҙгә ҡушылды башҡа участковыйҙар.
Эйе, полиция участковыйҙары халыҡҡа иң яҡыны, уларҙың эш урындары кабинеттарҙа ғына түгел, ә күпселек осраҡта, граждандарҙың йорттарында, фатирҙарында һәм урамда. Ҡағиҙә булараҡ, улар тәүгеләрҙән булып ауыл халҡына ярҙамға килә, енәйәттәрҙе профилактикалау һәм асыу буйынса төп йөкләмәне алып бара. Йыш ҡына хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә улар үҙ ғүмерен хәүефкә дусар итә.
Егерме йыл үҙ һөнәренә тоғро, участковый Роберт Ғабдрахманов ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған хәүефле хеҙмәтен бихисап дәрәжәләре билдәләй. Участковыйҙан “Иң тәүгеһен нимә өсөн яуланығыҙ”?, тип ҡыҙыҡһынғас: “2003 йылда “Үлтереү осрағын асыҡлаған өсөн”. Бер ҡатын иптәшен үлтереп, күмеп йәшереп һалған ине. Бер ай ятҡан мәйетте асыҡланым. Артабан да хеҙмәт емешемде билдәләгән бөтә юбилей миҙалдар, Почет грамоталар бик күп һанда. Киләсәк пландарға килгәндә, артабан да матур итеп эшләргә һәм имен-һау хаҡлы ялға сығырға, - тип яуапланы тәжрибәле участковый Роберт Ғабдрахманов.
Элекке кеүек үк, участковыйҙың эше ауыр һәм күп яҡлы. Даими һәм өҙлөкһөҙ енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, йәнәшәлә йәшәгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү, ғаиләләрҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә ярҙам күрһәтеү ул. Шуға ла һөнәри байрамдары уңайынан уларҙың яуаплы эштәрендә уңыштар теләп ҡалайыҡ.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас: