Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 12:45

Үҙ эшен яҡшы белә

Хәҙерге ваҡытта автомобилле булыуың менән бер кемде лә ғәжәпләндереү мөмкин түгел. Автотранспорт күптән инде затлы әйберҙән һаналмай, ә кәрәкле хәрәкәт итеү сараһы булып тора. Водитель таныҡлығың булыуы иһә бөгөнгө көндә ваҡыт талабы, тотороҡло һөнәр.

Хәҙерге ваҡытта автомобилле булыуың менән бер кемде лә ғәжәпләндереү мөмкин түгел. Автотранспорт күптән инде затлы әйберҙән һаналмай, ә кәрәкле хәрәкәт итеү сараһы булып тора. Водитель таныҡлығың булыуы иһә бөгөнгө көндә ваҡыт талабы, тотороҡло һөнәр.
Бөгөнгө һүҙебеҙ юл ҡағиҙәләренә меңдәрсә кешене өйрәткән кеше хаҡында. Абдулхай Иҫәньюлов – юл хәрәкәте ҡағиҙәләре теорияһы уҡытыусыһы. Уның Хәйбулла районы ДОСААФ ойошмаєында эшләүенә һигеҙенсе йыл да киткән. Абдулхай Хәйбулла улы әңгәмә ваҡытында үҙен бик тыйнаҡ, әҙәпле тота, уға төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә, был яҡтан уның тәжрибәһе ҙур.Шулай уҡ юморға бай тип әйтеп үтеп китмәй булмаҫ. Уның дәрестәре ҡыҙыҡлы, 2 сәғәт һә тигәнсә үтә лә китә.
Водителдәр әҙерләү курсы өс айға яҡын дауам итә. Был ваҡыт эсендә буласаҡ водителдәр теория белемен үҙләштерә һәм практик занятиеларҙа шөғөлләнә. Көн дә тиерлек практик шөғөлләнеү–Абдулхай Иҫәньюлов өсөн көндәлек эш тәртибе. Ул үҙ эшен бөтә күңелен һалып башҡара, буласаҡ водителдәр әҙерләү – яуаплылыҡ тигән һүҙ. Автомобилдең юғары хәүеф сығанағы икәнлеге билдәле, уҡытыусы үҙ транспорт сараһына яуаплы ҡараған, белемле һәм квалификациялы водитель әҙерләй алһа, юлдарҙа хәүефле хәлдәр ҙә әҙерәк буласаҡ. Теория буйынса ул автомобилдең техник төҙөлөшөн, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, транспорт сараһын файҙаланыу, юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтә.
Абдулхай Иҫәньюлов Сибай ҡалаһында ишле ғаиләлә донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Сибай тау техникумында, артабан һалдат сафына баҫып, офицерҙар курсында уҡып, хеҙмәтен тултырып ҡайта. Магнитагорск тау универститетын тамамлай. 1972 йылда Сибай автомәктәбенә эшкә килеп, методист, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре теорияһы педагогы була. Үҙ һөнәрен ҙур яуаплылыҡ, намыҫ менән башҡарған Абдулхай Хәйбулла улын ДОСААФ-тың ҡала комитеты мәктәбе рәйесе итеп ҡуялар. Унда яҡшы эшләгәне өсөн, ойошманың өлкә комитеты рәйесе Муса Гәрәев Почет билдәһе менән бүлкәләй.
Йылдар үтеү менән Сибай ҡалаһында медицина училищеһында уҡып йөрөгән Хәйбулла районы ҡыҙы Мәрзиә менән танышып, күптә үтмәй сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Мәрзиә Шәвәли ҡыҙын йүнәлтмә буйынса Садовый ауылына фельдшер итеп эшкә ебәргәстәр, Хәйбулла районына йәшәргә киләләр. Абдулхай Хәйбулла улы монтажлау участогында инженер була. Ниндәй генә эштә эшләмәй. КаМАЗ водителе, электрик булып, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты”нда ла, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә лә эшләргә тура килә. Хаҡлы ялға сығып, бер аҙ ваҡыт үткәс, 2012 йылда ДОСААФ-ҡа эшкә саҡыралар һәм бөгөн дә унда уңышлы эшләп йөрөй. 70 йәшен ваҡлаһа ла, ул әүҙем, көслө рухлы, дәртле.
–Беҙҙең автомәктәптең эше төрлө йүнәлештәр буйынса яйға һалынған. Ойошма эшмәкәрлеге армияға алынасаҡ егеттәрҙе “Хәрби техника йөрөтөүсе” һөнәренә уҡытыуҙы, хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙе ойоштороу, спорттың техник, хәрби-ҡулланма төрҙәрен, йәш быуындың техник һөнәри кадрҙарын әҙерләүҙе үҙ эсенә ала. Беҙҙең курстанттарҙы , машина йөрөтөү серҙәренә төшөндөрөү, техник белем биреү менән бер рәттән, хәрби әҙерлек нигеҙҙәренә лә өйрәтәләр. Курсанттар дөйөм ғәскәри әҙерлек үтәләр. Уға сафҡа теҙелеү, физик, тактик, ҡорал менән эш итергә өйрәтеүҙәр инә. Егеттәр Љораллы Көстәр сафтарына хәрби машина йөрөтөүселәр булараҡ китәләр. Ошо йүнәлеш буйынса быйыл беҙҙең ДОСААФ республикала алдынғылыҡты бирмәне,–ти Абдулхай Иҫәнъюлов.
Эшем оҡшай, ҡыҙыҡ. 90-сы йылдарҙа компьютер алып, булыша торғайным. Шул белемем хәҙер кәрәк булды, сөнки хәҙер компьютер ваҡыты. Шуға күрә заман менән бергә атларға тура килә. Беҙҙең мәктәп алға киткән, ДОСААФ ойошмаһы рәйесе Фаил Юлдашбаев бөтә яңы технологиялар килеп сыҡһа, шунда уҡ алырға тырыша. Уларҙы алғас, үҙебеҙ өйрәнәбеҙ. Яңы кешеләр менән танышаһың, аралашаһың. Ћәр төркөмдә яңы йөҙҙәр. Ћәр бер-береһе менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Шулай өйрәнеп бөтәм уларға. Уҡып бөтһәләр, хушлашыуы ҡыйын, имтихандарҙа улар өсөн ҡайғырып, өҙгөләнеп тораһың. Мәктәптә уҡытыусылар уҡыусыларға 11 йыл буйы нисек өйрәнеүҙәрен күҙ алдыма килтерәм. Є бында ҡыҫҡа ғына ваҡытта өйрәнәһең. Урамдарҙа руль артында минең уҡыусыларым үткәнен күрһәм, ҡыуанам,–ти ул.
Урындағы ДОСААФ ойошмаһының матди базаһы махсуслашҡан биш кластан, 15 компьютерҙан, уҡыу әсбаптарынан, ике мотоцикл, алты еңел автомобиле, КамАЗ, Урал йөк машиналары, уларға тағылмаларҙан тора. Районда А, В, С, Е категориялы водителдәр әҙерләү хеҙмәте һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана, йәй көнө үҙ автомобиле менән идара итергә өйрәнергә теләүселәр һаны айырыуса күбәйә. Уҡыусыларҙың йәше 16 йәш һәм унан да өлкәндәр. Улар араһында студенттар, эшләүсе йәштәр, пенсионерҙар, икенсе һөнәр алырға теләүсе ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар бар. Һәр береһенең – үҙ холҡо, кәйефе, маҡсатҡа ынтылыусанлығы. Ә Абдулхай Хәйбулла улына һәр кем менән уртаҡ тел табырға, аралашырға кәрәк.
"Коллегаларым тураһында ла әйтеп үтмәй булмай. Беҙҙең ойошмала татыу, берҙәм коллектив эшләй. Мине шулай яҡшы кешеләр уратып алған өсөн шатмын. Шулай уҡ, ҡатыным да мине аңлап, һәр эшемдә ярҙам итә",–ти ул шатланып.
Үҙем дә уның уҡыусыһы булараҡ, йәш водителдәр тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ – фиҙаҡәрлек һәм энтузиазм өлгөһө. Уҡыусыларға ҡарата һиҙгер, иғтибарлы булыуығыҙ менән айырылып тораһығыҙ.
Гүзәл Бохарбаева.
Читайте нас: